Иҡтисад
19 Март 2021, 06:30

Юл сифаты буйынса фекер алыштылар

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты Стәрлетамаҡ агломерацияһында нисек тормошҡа ашырыла?

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Усманов ҡала йәмәғәтселәре менән осрашты.
Яҡтар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын Стәрлетамаҡ агломерацияһында тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. 2019 – 2020 йылдарҙа ғына 31,5 километр автомобиль юлы төҙөкләндерелгән. Бынан тыш, “Каустик” акционерҙар йәмғиәте” туҡталышы янындағы йәйәүлеләр өсөн ер аҫты юлына капиталь ремонт яһалған. Агломерация биләмәһендә 39 светофор объекты, 528 юл билдәһе, 800 метрҙан ашыу ҡойма ҡуйылған.
Быйыл юл хәрәкәтен техник ойоштороу сараларын төҙөкләндереү һәм яңыларын ҡуйыу, шулай уҡ 11,9 километр автомобиль юлын ремонтлау күҙаллана. Илдар Усманов әйтеүенсә, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре башҡарылған эш сифатына контроль комиссияһы составына индерелде. Ошо арала комиссия юлдарҙың торошон тикшерә башлай.
Фото: sterlitamakadm.ru
Читайте нас