Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында һөт эшкәртеү буйынса цех асылды. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, уның урынбаҫарҙары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Һөт йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөләнгән ауыл хужалығы кооперативын ойоштороу башланғысы менән йәш эшҡыуар Олег Ғиндуллин күптән янған һәм ниәтен тормошҡа ашырған.
Кооператив булып “Йыланлынан һөт” 2018 йылда ойоша. Былтыр уға 2 миллион 700 мең һумлыҡ грант бүленә. Был аҡсаға һөт продукцияһы етештереү өсөн заманса ҡорамалдар һатып алына.
Кооператив ағзалары бинала ремонт эшләй һәм пандемия ҡуйған һынауҙарҙы уңышлы еңеп сығып, үҙ продукцияһын етештерә башлай.
- Был ваҡиға Йыланлы ауылының тарихына инеп ҡалыр. Ауыл сәскә атһын өсөн етештереү менән шөғөлләнгән ойошма бик кәрәк. Әлеге башланғысҡа ҡағылышы булған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Яңы цехтың продукцияһы ҡыйғыларҙың ғына өҫтәлендә түгел, райондан ситтә лә һатылыр тип өмөтләнәм, - тине Зөһрә Гордиенко.
Етештереү цехы тағы ла биш эш урыны булдырырға ярҙам итте. Цехта ҡаймаҡ, эремсек, аҡ май, 3,2 процентлы һөт, йомшаҡ сырҙар сығарасаҡтар.
фото: Ҡыйғы районы хакимиәте сайтынан.