Граждандар өсөн бюджет – халыҡтың киң ҡатламдары өсөн бюджет һәм бюджет процесы тураһындағы закондарҙың ябайлаштырылған версияһы. Унда бюджетты төҙөүҙең төп принциптары, дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу, йәмәғәт финанстарын тотоноу мәсьәләләре буйынса граждандарҙың һәм власть органдарының үҙ-ара эш итеү алымдары ябай телдә аңлатыла.
Конкурстың маҡсаты – граждандар өсөн йәмәғәт финанстарына идара итеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙең асыҡлығын тәьмин иткән форматта бюджетты төҙөүҙең иң яҡшы практикаларын асыҡлау һәм таратыу. Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа ҡайһы бер төбәктәрендә үткәрелгән сара граждандар өсөн бюджет тәҡдим итеү буйынса проекттарға арналған федераль конкурстың беренсе туры нигеҙендә уҙғарыла. Иң яҡшы төбәк проекттары икенсе турға үтә. Еңеүселәр быйыл август аҙағында асыҡлана.
Граждандар өсөн номинациялар:
1) “Граждандар өсөн бюджет – һүрәттәрҙә”;
2) “Бюджет тураһында иң яҡшы видеояҙма”;
3) “Бюджет һәм Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары”;
4) “Граждандар өсөн бюджет буйынса иң яҡшы мәғлүмәт панеле (дашборд)”;
5) “Бюджет ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса иң яҡшы тәҡдим”;
6) “Граждандар өсөн бюджетты үҫтереү практикаһына анализ”;
7) “Бюджет һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр”.
Ойошмалар өсөн номинациялар:
1) “Граждандар өсөн иң яҡшы төбәк бюджеты проекты”;
2) “Граждандар өсөн иң яҡшы урындағы бюджет проекты”;
3) “Граждандар өсөн иң яҡшы тармаҡ бюджеты проекты”;
4) “Граждандар өсөн бюджет” проекты буйынса иң яҡшы event-сара”;
5) “Бюджет һәм Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары”;
6) “Граждандар өсөн бюджет буйынса иң яҡшы мәғлүмәт панеле (дашборд)”;
7) “Бюджет ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса иң яҡшы тәҡдим”;
8) “Граждандар өсөн бюджетты үҫтереү практикаһына анализ”;
9) “Бюджет һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр”.
Тәүге этапҡа ғаризалар ҡабул итеү 16 апрелдә тамамлана, икенсе этапҡа иһә 1 майҙа башлана һәм 21 майҙа тамамлана.
Конкурста теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Эштәр һәр номинация буйынса физик һәм юридик берәмектәр араһында баһалана. Материалдарҙы Башҡортостандың Финанс министрлығына электрон төрҙә yanbrsv@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Икенсе турға үткән конкурсанттарға сертификаттар, иң яҡшы проект авторҙарына дипломдар тапшырыла, уларҙың эштәре Финанс министрлығының эшмәкәрлегендә ҡулланыла.
Фото: minfin.bashkortostan.ru