“Башҡортостандың криоген технологиялары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрына индерелде.
Компания “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тулы цикл схемаһы буйынса медицина һәм техник газдар етештереү йәһәтенән инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Предприятиела шыйыҡ медицина кислороды, газ рәүешендәге һәм шыйыҡ азот сығарыуҙы планлаштыралар. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға 300 миллион һум аҡса йүнәлтелә, 17 яңы эш урыны булдырыла. Инвестиция проектын 2021 – 2025 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.
Күмертау ҡалаһы 1-се категориялы күп профилле муниципаль берәмекте тәшкил итә. Төп предприятиелары – “Күмертау авиация предприятиеһы". Күмертау моноҡалаһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе 2016 йылдың 29 декабрендә төҙөлгән.