Иҡтисад
22 Март 2021, 12:15

Ҡунаҡсыллыҡ буйынса үҙен һынайҙар

Башҡортостан “Gastro Master” ҡунаҡсыллыҡ һайлап алыу чемпионатында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте.

21-22 мартта Башҡортостан “Gastro Master” ҡунаҡсыллыҡ һайлап алыу чемпионатында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте.
Был сара кисә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында асылғайны. Ул “Йәмәғәт туҡланыуы тарихы милләт сәләмәтлеге хеҙмәтендә” республика кулинария форумы сиктәрендә үткәрелә.
“Ҡунаҡсыллыҡ чемпионаты – йәштәрҙең һөнәри оҫталығын күтәреү һәм күрһәтеү өсөн йүнәлтелгән мөһим ваҡиға. 2021 йылдың сентябрендә Пермдә үткәреләсәк “Легенда” Бөтә Рәсәй кулинария олимпиадаһында, артабан Мәскәүҙә буласаҡ “Chef a la Russe” чемпионаты финалында ҡатнашыу хоҡуғын алыу өсөн 80 шеф, кондитер, официант һәм эш башлаусы ашнаҡсы килде”, – тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм сәнәғәт министры Алексей Гусев.
Сараны тантаналы асыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар - республиканың сауҙа һәм сәнәғәт министры Алексей Гусев һәм Рәсәй кулинарҙары милли ассоциацияһы президенты Виктор Беляев ҡатнашты. Улар конкурсанттарға уңыш теләне һәм Башҡортостандың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикинаға Рәсәй Кулинарҙар милли ассоциацияһының “Дәрәжә билдәһе” кавалеры орденын тапшырҙы. Был көндө шулай уҡ тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Фото: Республика Хөкүмәте.
Читайте нас