Иҡтисад
23 Март 2021, 12:15

“Алға” ҙураясаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашты. Ике яҡ яңы инвестиция проекттарына ярҙам итеү, “Алға” махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү, шулай уҡ республика биләмәһендә тағы бер махсус иҡтисади зона булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашты. Ике яҡ яңы инвестиция проекттарына ярҙам итеү, “Алға” махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү, шулай уҡ республика биләмәһендә тағы бер махсус иҡтисади зона булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.


Осрашыуҙа шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һәм беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.


Башҡортостан Башлығы Максим Решетниковҡа йоғонтоло берлектәге эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Үткән йыл беҙҙең иҡтисадтың ныҡлығын һәм ҡеүәте ғәйәт ҙур булыуын күрһәтте. Хатта 2019 йылды инвестицияларҙы 19 процентҡа арттырып тамамлағанды ла иҫәпкә алып, үтә ауыр 2020 йылда ыңғай динамиканы һаҡлап ҡалдыҡ һәм инвестиция индексын 100,9 процентҡа еткерҙек, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙҙең идарасы команда иҡтисадты яңыртыу, уның нигеҙенә инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһын һалыу бурысын ҡуя. Шулай уҡ юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм инновация мөмкинлектәре лә һалынасаҡ, был мөмкинлектәрҙе Башҡортостанда булдырыласаҡ донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге бирәсәк. Әлбиттә, беҙ реаль секторға ярҙам итерлек яңы йүнәлештәр һәм эш алымдары эҙләйбеҙ.


Максим Решетников илде үҫтереүҙең стратегик өҫтөнлөктәренә һәм милли маҡсаттарына өлгәшеүҙә Башҡортостандың роленә юғары баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, төп иҡтисади күрһәткестәр буйынса төбәк алдынғы урындарҙа бара.


– Беҙ республикаға ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ, уның уңыштарын күҙәтәбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин иҡтисади үҫеште тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы, бының драйверы булып үҫешкән инфраструктуралы төбәктәр сығыш яһай. Уларҙың береһе – Башҡортостан, – тине Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров осрашыуҙа пандемия осоронда республика иҡтисадына дәүләт ярҙамы буйынса төп саралар тураһында һөйләне.


Эшҡыуарлыҡ үҫешенең тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн Хөкүмәт кимәлендә дөйөм күләме 40 миллиард һум булған сараларҙың өс пакеты ҡабул ителгән. Улар үҙ эсенә һалым ташламаларын, ҡорамал һатып алыу һәм тауарҙы төрлө майҙансыҡтарға ташыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы, дәүләт һәм муниципаль милек буйынса ҡуртым түләүҙәренән азат итеү йәки кисектереүҙе ала. Бынан тыш республика эшҡыуарҙары банктарға ярҙам буйынса көрсөккә программанан да файҙаланды.


Башҡортостан эшҡыуарҙары “Алға” махсус иҡтисади зонаһында ла өҫтөнлөктәр ала, был биләмә үҙенең йоғонтололоғон раҫланы ла инде. Беренсе вице-премьер – төбәк Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, махсус иҡтисади зона резиденты исеменә алты компания эйә булды. Уларҙың проекттарына дөйөм алғанда 10 миллиард һум йүнәлтелгән. Был иһә 1400 яңы эш урыны асыу мөмкинлеген бирә. Быйыл тағы ла резиденттың проекттары ҡарала.


Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы делегацияһын республикаға килергә, яңы инвестиция проекттары һәм эш алымдары менән танышырға саҡырҙы. Максим Решетников көнүҙәк мәсьәләләрҙе берлектә тикшереү өсөн Башҡортостанға сәфәр мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Читайте нас