Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙың берҙәм графигын боҙған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарын халыҡтан коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе 55 һумға тиклем төшөртөүҙәре ихтимал.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 февралдән төбәк операторҙары эшмәкәрлегенең өс зонаһында сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артҡайны. Был ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә заманса инфраструктура булдырыу кәрәклеге менән бәйле.
Санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы, ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ҡалдыҡтар, һауа температураһына ҡарамайынса, көн һайын, башҡа биләмәләрҙә температура +4 градус һәм унан түбәнерәк булһа, өс көнгә бер тапҡыр, +5 градус һәм юғарыраҡ икән, көн дә сығарылырға тейеш.
Үрҙә әйтелгән графикты боҙоу осраҡтары теркәлһә, ауылда булһынмы йәки ҡалаламы, граждандар 55 һум түләй, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә.
– Төбәк операторҙары, һеҙҙең дә эшкә тотоноуығыҙҙы, халыҡ менән әҙәпле аралашыуға иғтибар итеүегеҙҙе һәм хеҙмәтләндереүҙе санитар нормаларға ярашлы сифатлы итеп башҡарыуығыҙҙы һорайым, – тине Премьер-министр Андрей Назаров.
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы, “сүп-сар реформаһы”ның тәүге осоронда уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн хаҡ Волга буйы федераль округында иң түбәне итеп билдәләнде. Шундай бурыс ҡуйылғайны: тәүҙә сүп-сар сығарыуҙы сифатлы итеп башҡарырға өйрәнергә кәрәк, шунан һуң ғына хаҡтар билдәле бер кимәлгә хәтлем күтәреләсәк.
Ул ваҡыттарҙа республикала сүп һалыу өсөн кәрәк булған 26 мең контейнерҙың туғыҙ меңе генә бар ине, ә ауыл һәм ҡасабаларҙың 30 процентынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары бөтөнләй сығарылманы, төбәгебеҙҙә рөхсәтһеҙ сүплектәр өс меңдән ашып киткәйне.
Хәҙер сүп һалыу өсөн контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин ителеш 75 процентҡа тиклем күтәрелде, меңдән ашыу рөхсәтһеҙ ҡыйлыҡ бөтөрөлдө. Һәр майҙансыҡтан сүп-сарҙы сығарыуҙарын онлайн тәртибендә күҙәтеү буйынса мониторинг системаһы яйға һалынды. Тарифтарҙы үҙгәртеү көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу эшен артабан үҫтерергә – сүпте айырым йыйырға, сортҡа айырыу пункттары төҙөргә, сүп-сар ташыған машиналар паркын заманса һәм етештереүсәнле техника менән тулыландырып торорға – мөмкинлек бирәсәк.
Өс зонала хаҡтарҙың төрлөсә булыуы уларҙың эшмәкәрлек шарттарының да тиң булмауы менән аңлатыла. Мәҫәлән, бер контейнерҙы хеҙмәтләндереү хаҡы ҙур ҡала менән төпкөл ауылда бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла.