Башҡортостан Хөкүмәтендә күптән түгел булып үткән оператив кәңәшмәләрҙең береһендә коммуналь хужалыҡтарҙың тәбиғи газ өсөн бурысын бөтөрөү мәсьәләһе тикшерелде. Пандемия шарттарына ҡарамай, республикала газ, йылылыҡ һәм башҡа хеҙмәт төрҙәре өсөн түләү кимәле юғары булып ҡала. Шулай булһа ла, “Газпром Межрегионгаз Өфө” вәкилдәре коммуналь хужалыҡтарҙың газ өсөн ваҡытында түләүенә тейешле контроль булмауы, 2020 йылғы түләү графигының үтәлмәүе сәбәпле борсолоу белдерҙе.
– Беҙҙең халыҡ бик тәртипле, был коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә лә ҡағыла, әммә шундай проблема тыуа: кешеләр ваҡытында түләй, ә аҡса ҡайҙалыр барып “бата”, был эште иғтибар менән күҙәтергә кәрәк, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Халыҡтан йыйылған аҡса адресатҡа ваҡытында барып етергә тейеш.
Ысынлап та, ошо кәңәшмәлә әйтелеүенсә, Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү былтырғы йыл аҙағында дөйөм күләмдең 98,5 процентын тәшкил иткән. “Был – бик юғары күрһәткес, – тине Радий Фәрит улы. – Эштең “юл картаһы”н төҙөргә һәм контролдән ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Октябрьский ҡалаһындағы “Теплоэнерго” компанияһының бурысын түләмәүе тураһында, мәҫәлән, йыш ишетәм.
Кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, ҡулланыусылар бурысын ваҡытында түләмәгән осраҡта ла йорттарға йылылыҡ биреүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуйылмаған.
– Был тәңгәлдә динамика һәйбәт, әммә артабан эшләргә кәрәк. Беҙ “Газпром” менән аралашып торабыҙ, программаларҙы арттырыуҙарын һорайбыҙ, – тине республика етәксеһе. – Барлыҡ райондар ҙа зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителеп бөтмәгән әле. Газ үткәреүҙе әллә нисә йыл инде һораған ауылдар бар, “Газпром” менән тейешле кимәлдә хеҙмәттәшлек итмәйенсә тороп, был үтенестәрҙе ҡәнәғәтләндереп булмаясаҡ.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкиле белдереүенсә, халыҡтың йылылыҡ өсөн ҡышҡы миҙгелдә генә түләргә күсеүе бурыстарҙы кәметеүҙә ыңғай һөҙөмтә биргән. Бынан тыш, “Газпром Межрегионгаз Өфө” етәкселеге коммуналь хужалыҡтарҙың бурыстың бер өлөшөнә реструктуризация үткәреү тураһындағы үтенесен кире ҡаҡмай. Әммә йылытыу миҙгеле башланғас та, йылылыҡ менән тәьмин иткән ойошмаларҙың газ өсөн бурысы арта, тип иҫәпләйҙәр министрлыҡта. Һөҙөмтәлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы газ өсөн кисектерелгән бурысты ҡайтарыу буйынса график төҙөргә һәм ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтарынан уны раҫлатырға мәжбүр. Артабан улар нигеҙендә республика графигы төҙөлә. Бында бурысты тулыһынса ҡаплатыу тураһында түгел, ә үтә кисектереүгә юл ҡуймау хаҡында һүҙ бара, юғиһә коммуналь хужалыҡ ойошмаларының үҙҙәренең хәле мөшкөлләнеүе ихтимал.
Быйыл 1 ғинуарға республика газ өсөн 168 миллион һум бурыс менән сыҡты, былтырғы йылдың башы менән сағыштырғанда, ошо күрһәткес 35 процентҡа аҙыраҡ. Былтыр ҡышҡа әҙерлек һәм газ өсөн бурысты кәметеү саралары барышында республика ҡаҙнаһынан 799,5 миллион һум бүленгән, шуның 111,7 миллион һумы газ өсөн бурысты ҡаплауға йүнәлтелгән.
Газ өсөн түләүҙе кисектереү бөтә Рәсәйҙең коммуналь хужалыҡтарына хас. “Финэкспертиза” селтәре директоры Елена Трубникова белдереүенсә, был бурыс үткән йыл бер триллион һумдан ашҡан. Иң ныҡ һуңлатылғаны, ғәҙәттә, Төньяҡ Кавказ республикаларына тура килә. Ошо уҡ селтәрҙең анализынан күренеүенсә, Ингуш Республикаһында, мәҫәлән, бөтә тәьмин ителгән коммуналь ресурстарҙың өстән бер өлөшөн генә түләйҙәр, был Рәсәй төбәктәре араһындағы иң түбән күрһәткес булып тора. Эксперттар билдәләүенсә, бында проблема фәҡирлектә түгел, ә кешеләрҙең дәүләт йәки муниципаль ойошмалар алдындағы бурысы өсөн яуап бирергә өйрәнмәүендә. Шәхси предприятие булһа, әлбиттә, уларҙан мотлаҡ ваҡытында һәм проценттарын да ҡушып түләтер ине.
Хәҙерге шарттарҙа шундай проблема ла тыуа: ҡайһы бер ваҡ предприятиелар рәсми теркәлмәй эшләй һәм ҡулланған коммуналь ресурстарҙы ла түләмәү әмәлен табып тора, ә был бурыс ахыр сиктә коммуналь ойошма елкәһенә ята. Тимәк, газ, башҡа ресурстар өсөн ваҡытында һәм тулыһынса түләтеп барыу мәсьәләһен хәл итеү өҫтөндә эшләйһе лә эшләйһе әле.