Иҡтисад
23 Март 2021, 12:30

Сертификатлауҙы уңышлы үтте

Әле “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына Башҡортостанда 106 предприятие йәлеп ителгән.

Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Федераль компетенциялар үҙәге сертификатлауын үтте. Республика үҙәге ошондай дүрт компетенция үҙәге иҫәбенә инде. Был турала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.
“Сертификатлау федераль эксперттар тарафынан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙа ошо өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырыу сифатын яҡшыртыу маҡсатында уҙғарылды. Сертификатлауҙың ситтән тороп уҙғарылған этабын уңышлы үткәндәр туранан-тура ойоштролған этапта ҡатнашты. Сара барышында үҙәк экспортлаусыларының етештереү процестарының һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эше баһаланды”, – тине Айрат Фәхретдинов.
Сертификатлауҙы үткәреү барышында федераль эксперттар аҙыҡ-түлек япмаһы сығарған “Контроль пакет” һәм гофрлы ҡағыҙ, ҡатырға, ҡағыҙ һәм ҡатырға тара етештергән “Яҡшы ҡатырға” йәмғиәттәрендә булды.
Мәғлүм булыуынса, әле “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына Башҡортостанда 106 предприятие йәлеп ителгән.
Фото: vk.com
Читайте нас