Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров үткәргән күптән түгелге кәңәшмәләрҙең береһендә “Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлек йүнәлештәре тикшерелде. “Был корпорацияны беҙ төбәкте үҫтереүҙең, уға инвестиция йәлеп итеүҙең иң мөһим ҡоралдарының береһе тип иҫәпләйбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы. Корпорация быйылға үҙ алдына ғәйәт ҙур бурыс ҡуя: республикаға кәмендә 20 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итергә.
Инвесторҙар беҙҙе белергә тейеш
“Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы” 2010 йылда инвестиция сәйәсәтенең йоғонтололоғон күтәреү, инвестиция проекттарын оҙата барыу системаһын (шул иҫәптән дәүләт-хосуси партнерлығы һәм концессия килешеү сиктәрендәге проекттары буйынса) камиллаштырыу, республикалағы әле булған индустриаль парктарҙы үҫтереү һәм яңыларын булдырыу маҡсатында ойошторолғайны. Ул инвестиция проекттарын бөтә стадияларҙа – концепция эшләүҙән алып яңы объектты файҙаланыуға тапшырыуға тиклем – комплекслы оҙата барыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.
– Инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙә мәғлүмәт эшмәкәрлеген көсәйтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Файҙаланыу өсөн уңайлы сайт, даими брифингтар булырға тейеш. Мәғлүмәти осрашыуҙар шул иҫәптән Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллеге майҙансығында ла, беҙҙең Австриялағы һәм Төркиәләге вәкиллектәрҙә лә үткәрелһен. Башҡа төбәктәрҙең ошо өлкәләге уңышлы тәжрибәһен дә өйрәнергә тәҡдим итәм.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында ла төбәктәрҙәге үҫеш институттарының тәжрибәһен өйрәнәләр һәм яҡын арала ошоға арналған кәңәшмә үткәреләсәк. Ундай төбәктәр араһында Башҡортостан да ҡараласаҡ. Шуға бәйле, республика етәксеһе республиканың индустриаль һәм техник парктарының үҫеш стратегияһын әҙерләргә һәм уны “Инвестсәғәт”тәрҙең береһендә тикшерергә ҡушты.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Рөстәм Моратов билдәләүенсә, “Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте быйыл республикаға 40 инвестиция проекты йәлеп итеү бурысын ала. Улар араһында “Алға” махсус иҡтисади зонаһы төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Корпорация уның перспективалы картаһын проект институттары менән берлектә, мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың ноябрендә эшләй башлағайны. Быйыл барлыҡ документтар раҫланырға һәм төҙөлөш-монтаж эштәре башланырға тейеш. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә корпорацияның капиталь төҙөлөш буйынса директоры Дмитрий Яковлев хәбәр итте.
“Өфө” индустриаль паркының идарасы компанияһы директоры Артем Пензин белдереүенсә, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары ерендә урынлашҡан “Алға” махсус иҡтисади зонаһы инвесторҙар араһында ҙур абруй менән файҙалана.
– 2020 йылда, ошо иҡтисади зона ойошторолған саҡта, беҙ унда тәүге сиратта өс резидентты йәлеп итеүҙе күҙаллағайныҡ, ғәмәлдә улар алтау йыйылды, – тине Артем Пензин әлеге кәңәшмәлә. – Быйыл беҙҙең йәнә өс резидентты йәлеп итеү буйынса пландарыбыҙ бар, әммә, самалауға ярашлы, уларҙың һаны өс тапҡырға күберәк булырға ла мөмкин.
Аэропорттың киләсәге өмөтлө
Республиканың иҡтисади үҫеш пландары башҡа структураларҙың иғтибарын да йәлеп итә. Күптән түгел, мәҫәлән, Өфөлә “Росавиация” федераль һауа транспорты агентлығы вәкилдәренең булып китеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.
– Башҡортостан етәкселеге менән бергә Өфө аэропортының яңы терминалы менән таныштыҡ, беҙҙең маршруттар селтәрендә был аэропорт биләгән урын ҙур әһәмиәткә эйә, – тине агентлыҡ етәксеһе Александр Нерадько. – Күптән түгел уның аша йылына 3,5 миллион пассажир үтә ине. Пандемия был күләмде бер аҙға кәметте, әммә шуныһы – комплекстың үҫеше ошо арауыҡта ла туҡталманы. Тимәк, республика етәкселеге бөгөнгө көн тураһында ғына уйлап ҡалмай, ә киләсәкте лә ҡайғырта.
Белгестәр раҫлауынса, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы бинаны төҙөп ҡуйыу – стратегик бурыс. Ҡатмарлы 2020 йылда бында эске һауа линияларының заманса терминалы ҡалҡып сыҡты, ул аэропорттың үткәреү һәләтен ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеген бирә.
– Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнәсәк 2024 йылға саҡлы беҙ баш ҡала аэропортында ике бурысты башҡарып сығырға тейешбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Тәүгеһе – беҙ яңы терминалдарҙы галерея менән тоташтырасаҡбыҙ һәм иҫкеһен дә яңыртасаҡбыҙ, йәғни инеү урыны бөтөнләй үҙгәрәсәк, матураясаҡ. Икенсе бурыс аэропорттың инфраструктураһына бәйле – самолеттарҙың боролоу, туҡтап ултырыу урындары һәм башҡалар тәртипкә килтереләсәк. Беҙ был мәсьәләләр буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә ғариза яҙҙыҡ, сөнки эш федераль сығанаҡтарҙан финансланасаҡ.
Башҡортостандың донъя баҙары менән хеҙмәттәшлеге тотороҡло рәүештә үҫешә бара. Был хаҡта ШОС һәм БРИКС илдәренең былтырғы йыл аҙағында Өфөлә булып үткән бизнес аҙналығында ла асыҡ билдәләнде.
– Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек беҙҙең республика үҫешенең төп үҫеш нөктәһе булып тора, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Башҡортостандың нефть химияһы продукцияһы барлыҡ халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә лә лайыҡлы урын биләй. Әммә тормош үҙгәрә һәм беҙгә лә иҡтисадҡа диверсификация үткәреү талап ителә – нефть химияһын ғына түгел, машиналар эшләү продукцияһын, ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген һәм башҡаларҙы донъя баҙарына сығарырға ваҡыт, шуға күрә төрлө юлдар эҙләйбеҙ. Ә был маҡсат күп бурыс йөкмәтә һәм байтаҡ эш талап итә.
Башҡортостан, Австрияның баш ҡалаһы Вена менән Төркиәләге Истанбул ҡалаһынан тыш, Ҡаҙағстанда ла вәкиллек асырға йыйына, был эш киләсәктә лә дауам итәсәк. “Беҙ быны кемдәрҙер унда хеҙмәт хаҡы алып ултырһын өсөн түгел, ә ошо тарафта күҙ-ҡолағыбыҙ ҙа булһын, был илдең бизнесына Башҡортостан тигән республика барлығын, унда фәлән-фәлән тауарҙар етештерелеүен даими төшөндөрөп тороу өсөн эшләйбеҙ, Икенсе төрлө әйткәндә, үҫеш ҡоралдары булдырыла“, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандағы сит ил компаниялары тураһында һөйләгәндә, тәүге сиратта Төркиә эшҡыуарҙарын телгә алырға кәрәктер, моғайын. Республикала байтаҡ йылдар инде был илдең “Efes” заводы эшләп килә, әле ул Өфөнән көнсығыш сығыу юлы проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа Төркиә менән бәйләнеш тағы ла йәнлерәк була башланы, үҙ-ара сәфәрҙәр һәм коммерция тәҡдимдәре артты. Күпмелер ваҡыттан һуң был сараларҙың уңыш килтерәсәгенә шик юҡ, ти эксперттар.
Инвестиция үҫеше тураһында һөйләгәндә, шуныһын да онотмаҫҡа кәрәктер: беҙҙең республикала эшҡыуарлыҡ өсөн ҡулланылған һалым ташламалары, административ һәм ойоштороу йәһәтенән өҫтөнлөктәр Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн дә хас. Башҡортостандағы “Алға” кеүек өҫтөнлөклө үҫеш зоналары ла күп кенә субъекттарҙа бар, урындарҙағы ҡануниәт тә бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ынтыла.
– Шуға күрә, тәҡдимдәр бер сама булған шарттарҙа, ошо институттарҙың һәм төрлө категорияларҙың түгел, ә идара итеүсе командаларҙың көнәркәшлеге хәл итә, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры:
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, мәғлүм булыуынса, күптән түгел 2021 йылда республиканың иҡтисади тотороҡлолоғон көсәйтеү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Был документ беҙҙең министрлыҡтың сайтында ла урынлаштырылды.
Өҫтәмә саралар, йәғни өсөнсө пакет иң ныҡ талап ителгән һәм йоғонтоло ҡоралдарҙың ҡулланылышын оҙайтыуҙы һәм уларға ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төбәк һалымдары буйынса алғанда, улар – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары өсөн һалым каникулын оҙайтыу сараһы. Экспортҡа ярҙам сиктәрендә урындағы етештереүселәргә донъя баҙарына сығырға ярҙам итеү буйынса былтырҙан алып күрелгән саралар ҙа оҙайтылды. Агросәнәғәт комплексына ярҙам һәм агросәнәғәт кластеры булдырыу, шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларына ағас эшкәртеү ҡорамалдары һәм урман ҡырҡыу техникаһы һатып алырға булышлыҡ күрһәтеү ҙә дауам итә. Туризм өлкәһендә геопарктарҙы үҫтереү буйынса проект башланғыстарына ярҙам ойошторолдо.
Быйыл шулай уҡ инвестиция әүҙемлегенә ярҙам итеү буйынса былтыр башланған саралар – ҡорамал һатып алғанда аҡса курсы айырмаһын ҡайтарыу, өҫтөнлөклө инвестиция проекттары сиктәрендә алынған кредиттар буйынса проценттарҙың бер өлөшөн түләү – һаҡлана.