Өфөлә IX “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)” милли чемпионаты финалын үткәреү өсөн майҙансыҡты әҙерләүгә тотондолар. Был сара 21 – 25 июлдә үткәреләсәк. 170 мең квадрат метрлыҡ майҙансыҡ Рубеж урамындағы “Меги”нан йыраҡ булмаған урында урынлашасаҡ. Был проект “Йәш профессионалдар паркы” тип аталасаҡ.
– WorldSkills Russia – төбәк өсөн мөһим сара. Майҙансыҡты һайлағанда күп факторҙарҙы, шул иҫәптән логистиканы иҫәпкә алдыҡ. Төҙөлөшкә һөҙөмтәле контроль өсөн онлайн-режимда видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың белдереүенсә, майҙансыҡта эштәр 20 мартта башланған.
– Әлегә майҙансыҡ ҡарҙан таҙартыла. Бөгөнгә “Декатлон” магазины яғынан уның 40 проценты алынған. Көн һайын майҙансыҡта биш берәмек техника, 15-20 кеше 8-9 сәғәт буйы эшләй. Төҙөлөш ҡаласығы һаҡлана, – тине Рөстәм Моратов. Уның белдереүенсә, ун көн эсендә майҙансыҡтағы ҡар таҙартып бөтөрөләсәк.
Шуны билдәләргә кәрәк, барлыҡҡа килгән проект инфраструктураһы – ярыштарҙа файҙаланыласаҡ күргәҙмә павильондары, тирмәләр, заманса профессиональ техник ҡоролмалар Башҡортостандың “эшҡыуарлыҡ мираҫы”на әүереләсәк. Был ҡоролмалар колледждарға һәм урта профессиональ уҡыу йорттарына тапшырыласаҡ, павильондар һәм тирмәләр төрлө ҡала сараларында файҙаланасаҡ.
“WorldSkills Russia” чемпионатының төп маҡсаты – профессиональ мөмкинлектәрҙең үҫеше, юғары квалификациялы кадрҙарҙың абруйын күтәреү, иҡтисади үҫеш һәм шәхси уңыш өсөн мөмкинлектәрҙең мөһимлеге күрһәтеү.
Был сарала 1800 конкурсант ҡатнашыр һәм уларҙың 600-ө йәштәр булыр тип көтөлә. Чемпионатҡа шулай уҡ Азия-Тымыҡ океан төбәге, БДБ илдәре вәкилдәре киләсәк. Милли финалда ҡатнашыу өсөн һайлап алыу ярыштары 1 – 30 апрелдә ил төбәктәрендә үтәсәк.
Фото: республика Хөкүмәте.