Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә ВДНХ ЭКСПО күргәҙмә комплексында ойошторолған Агросәнәғәт форумы һәм 31-се “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә сиктәрендә үткән “Ауыл хужалығы комплексын пандемиянан һуң үҫтереүҙең донъяуи тренды” стратегик сессия“ пленар ултырышында ҡатнашты. Премьер-министр сығышында былтыр Башҡортостан Республикаһының экспортҡа сығарған ауыл хужалығы продукцияһы 65,1 миллион долларға үҫеп, дөйөм күләмдең 177 миллион долларға етеүе хаҡында белдерҙе.
– Ауыл хужалығы етештереүсәнлеге үҫеү иҫәбенә импорттан индерелгән төп аҙыҡ-түлеккә бәйлелек кәмене. Һәм хатта пандемия йылындағы ябыҡ сиктәр шарттарында ла республикала аҙыҡ-түлекккә ҡытлыҡ күҙәтелмәне. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа сығарыуҙы 65,1 миллион долларға арттырып, дөйөм күләмде 177 миллион долларға еткереүгә өлгәшә алдыҡ. Был төбәктә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең үҫеүе хаҡында һөйләй, – тине ул.
Премьер-министр белдереүенсә, Башҡортостан элеккесә ит, ҡымыҙ етештереү буйынса алда бара, һөт, бал ризыҡтары һәм йылҡы һаны буйынса – икенсе, һыйыр малы һаны буйынса – өсөнсө урында. Республика ауыл хужалығы тулайым аҙыҡ-түлеген етештереү күләме буйынса 3,2 процент өлөш менән Рәсәйҙә – алтынсы, Волга буйы федераль округында икенсе (13 процент) урында килә.
“Тармаҡты һанлаштырыу буйынса билдәле һөҙөмтәләргә өлгәштек. Бөгөн эре агрохолдингтар ғына түгел, ә фермер хужалыҡтары ла хужалыҡта эште ҡулайлаштырыу мөмкинлеген биргән һәм етештергән аҙыҡ-түлек сифатын күтәргән төрлө һанлы мөмкинлектәрҙе ҡуллана. Шул уҡ ваҡытта пандемияға тиклем интернет-сауҙа аграрийҙар өсөн ауыр өлкә булһа, 2020 йыл онлайнға китеүгә этәргес булды. Фермер аҙыҡ-түлеген алып килеү һәм интернет-магазиндар трендҡа әйләнде”, – тип Андрей Назаров Башҡортостан ауыл сәнәғәте комплексының заманса йүнәлештә үҫеш бурыстары хаҡында һөйләне.
Премьер-министр белдереүенсә, һанлаштырыуҙы үҫтереү дәүләт органдарына ла һанлы трансформация процесына ҡушылыу мөмкинлеген тыуҙырған. Башҡортостан “Республика менән идара итеү үҙәге”н булдырған, унда ауыл сәнәғәте комплексының мәғлүмәт-аналитика системаһы ҡулланыла. Мөһим бурыс – дәүләт власы органдары һәм бизнес-йәмәғәтселек вәкилдәре араһында нәтижәле хеҙмәттәшлекте булдырыу.
– Ауыл хужалығы етештереүселәрҙең шәхси кабинеты былтыр уҡ булдырылды. Һанлы мәҙәниәтте төҙөү өсөн дәүләт ярҙамының бер, ике йәки өс төрөн һайларға һәм улар менән тик шәхси кабинет аша нәтижәле эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Фермерҙы һәр отчетты тапшырыу һәм субсидияға ғариза биреү өсөн йөҙәр саҡрымға йөрөмәҫкә өйрәтергә кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.