Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдындағы бөгөнгө сығышында Андрей Назаров күберәк иғтибарҙы иҡтисад тармағына бүлде.
"Барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн иҡтисадтың реаль секторы үҫешен тәьмин итеү кәрәк ине. Һәм 2020 йылдың барлыҡ ауырлыҡтарына, сикләүҙәренә, дөйөм донъя иҡтисады рецессияһына, нефткә хаҡтарҙың һәм уны табыуҙың төшөүенә ҡарамай, беҙ “310-сы указ”дың төп параметрҙарын тормошҡа ашыра алдыҡ, - тине Премьер-министр. – Ваҡытында оператив ҡарарҙар ҡабул итер өсөн иҡтисадҡа булышлыҡ ҡылыу һәм уның тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы штаб һәм Хәл-шарттар үҙәге булдырҙыҡ. Иҡтисадҡа ярҙам итеү өсөн ике пакет саралар ҡабул иттек. Был булышлыҡ төрҙәре 59 мең хужалыҡ субъекты һәм социаль әһәмиәттәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ҡағылды".
Былтыр сәнәғәт тармағы нисек үҫеште? Башҡортостанда яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары сәнәғәт етештереүе индексының 40-тан ашыу процентын тәшкил итә. Шуға күрә нефть табыу һәм эшкәртеү өлкәһендә күрһәткестәрҙең түбән тәгәрәүе быға ҙур йоғонто яһаны.
"Тик, нисек кенә булмаһын, беҙ иҡтисадтың ҡолауына юл ҡуйманыҡ. Сәнәғәт тармағы ла тотороҡло динамика күрһәтте, күп күрһәткестәр буйынса билдәләр уртаса ил кимәленекенән юғарыраҡ ине. Уртаса Рәсәй күрһәткесе – 97,4 процент, ә беҙҙә сәнәғәт етештереүе индексы 2019 йылға ҡарата 98 процент тәшкил итте. Индекс күләме буйынса беҙ нефть табыусы төбәктәр араһында лидер булып танылдыҡ, - тине Андрей Назаров. – Иҡтисади эшмәкәрлектең 29 сәнәғәт төрөнөң 16-һы етештереү күләмен арттырыуға өлгәште".
Быйыл агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә бик күп көс йүнәлтелде. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығы тауарҙары етештереү индексы 103,1 процент тәшкил итте.
Бөгөн республикала меңдән ашыу аҙыҡ-түлек производствоһы бар, улар 97 миллиард һумлыҡ әҙер тауар етештерә. Башҡортостан һөт һәм һөт тауарҙары, шәкәр, һыйыр ите буйынса үҙ мохтажлығын ҡаплай.
Былтыр дөйөм инвестиция күләме 104 миллиард һумлыҡ 51 инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Бөтә төр хужалыҡтар буйынса ауыл хужалығы тауарын етештереү валы күләме 189,6 миллиард һумға етте. Был күрһәткескә бәйле илдә алтынсы урынды биләйбеҙ.
Ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн 724 миллион һум аҡса йүнәлтелде. 52 яңы кооператив булдырылған, 170 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектына дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.
Илдәге иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә индергән тағы бер матур күрһәткес – былтыр беҙҙең аграрийҙар 10 миллиард һумдан ашыу аҡсаға 3607 берәмек техника һатып алған. Был илдә алтынсы урын һәм беҙҙең өсөн тарихи максимум.
- Иҡтисадтың мөһим тармағы – транспорт. Бында ла беҙҙең күҙгә күренерлек үҫеш бар. Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, автомобиль транспорты буйынса йөк әйләнеше 2019 йыл менән сағыштырғанда 16,2 процент үҫеш күрһәткән. Автобус паркын алмаштырҙыҡ, заманса һәм уңайлы 245 берәмек автобус һатып алдыҡ, - тине Андрей Назаров.
Граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә эш дауам итә. Былтыр 261 мең берәмек берҙәм социаль билет һатылған, улар буйынса пассажирҙар 14 миллиондан ашыу тапҡыр йөрөгән.
Дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм төҙөкләндереү өсөн 2020 йылда 26 миллиард һум аҡса бүленгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 14 процентҡа күберәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, былтыр 34,5 километр юл һәм өс күпер төҙөлгән, 1646 километр юл һәм 18 күпер ремонтланған. Дөйөм майҙаны 300 мең квадрат метрлыҡ квартал араһы юлдары ремонтланған.
Оҙаҡ йылдар туҡтап торғандан һуң Көнсығыштан сығыу юлы яңынан төҙөлә башланы. Башҡа ҙур юл һәм күпер төҙөү проекттары тормошҡа ашырыла.
Былтыр төп капиталға инвестиция күләме 365,9 миллиард һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә 13-сө урында. Үҫеш республикала тормошҡа ашырылған ҙур инвестиция проекттарына бәйле.
2020 йылда Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында 38 “Инвестиция сәғәте” ултырышы үткәрелгән. Уларҙа дөйөм инвестиция күләме 300 миллиард һумлыҡ 143 инвестиция проекты ҡаралған, һөҙөмтәлә 28 мең самаһы яңы эш урыны булдырылған.
Былтырғы ҙур уңыш – “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе булдырылды. Биш ТОСЭР эшләй, уларҙа 74 резидент бар. Бында планлаштырылған инвестиция күләме 42 миллиард һум тәшкил итә һәм 6,5 мең эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
2020 йылда Башҡортостан АСИ Милли инвестиция рейтингында тәүге унау иҫәбенә ингән һәм туғыҙынсы урын биләп, бер юлы позицияһын ете урынға яҡшыртҡан. Былтырғы йомғаҡтар буйынса, Башҡортостан тағы ла юғарыраҡ урындар биләргә иҫәп тота, сөнки пандемия шарттарында ла инвестиция күләме артҡан.
Эшҡыуарлыҡ тармағына ла иғтибар бүленде.
"2020 йыл йомғаҡтары буйынса, республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 122 мең берәмек тәшкил итте. Был 2019 йыл күрһәткесенән 3,5 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта ил һәм Волга буйы федераль округында кәмеү теркәлде. Өр-яңынан 22,3 мең субъект булдырылды. Дөйөм алғанда, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һаны эшҡыуарҙар менән бергә 403 мең кеше тәшкил итте, - тине Андрей Назаров. – Нисек кенә булмаһын, был күрһәткестәр менән риза булып ултыра алмайбыҙ, сөнки кеше башына иҫәпләһәң, әҙ килеп сыға. Быйыл Хөкүмәт был тармаҡты айырым иғтибар үҙәгендә тотасаҡ".
Андрей Назаров былтыр Башҡортостанда булдырылған Республика менән идара итеү үҙәге тураһында ла һөйләне. Ул граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү ҡоралы ла, социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен, системалы проблемаларҙы хәл итеү өсөн дә бик кәрәк. Уның барлыҡҡа килеүе һәр кемгә туранан-тура республика етәкселегенә тиклем мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирәсәк. Бюрократияны бөтөрөү ҙә - мөһим бурыс.
"Тағы бер мәсьәлә – Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә башланыҡ. Тимәк, был беҙгә алдан һанап киткән мөһим объекттарға тағы тиҫтәләгәнде ҡушыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, Евразия китапханаһы, Заман сәнғәте музейы, ябыҡ еңел атлетика майҙаны, Мотоспорт үҙәге һәм башҡалар. Беҙ Өфө агломерацияһын үҫтереү концепцияһын формалаштырған эш төркөмө булдырабыҙ", - тине Андрей Назаров.
Премьер-министр алдағы йылдарға бурыстар ҙа ҡуйҙы.
"Беҙ тормошҡа ашырылған бар проекттарҙы һәм уларҙың һөҙөмтәләрен контролдә тоторға тейешбеҙ. Барлыҡ башланғыстарҙы мөмкин булғанса сифатлы итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Үҙебеҙҙең барлыҡ идара итеү һәм һөнәри компетенцияларҙы үҫтерергә тейешбеҙ, - тине Андрей Назаров. – Сығышым һуңында Башҡортостан халҡына сабыр булыуы, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер тороуы, һөҙөмтәгә өлгәшеп эшләй белеүе өсөн рәхмәт белдерәм".
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.