Иҡтисад
25 Март 2021, 16:45

Федераль ярҙамһыҙ бындай уңыштарға өлгәшеп булмаҫ ине

Былтыр республиканың төҙөлөш, туризм, экология тармаҡтарында нимәләр эшләнде?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап, Хөкүмәттең 2020 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Социаль блоктағы эш йомғаҡтары менән алдағы мәҡәләләрҙә таныштырғайныҡ, әле башҡа тармаҡтар һөҙөмтәләрен биреүҙе дауам итәбеҙ.
Торлаҡ мәсьәләһенә ҡағылып, Андрей Геннадьевич шуны белдерҙе: былтыр Башҡортостанда 2 миллион 400 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 3,5 процентҡа күберәк. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә һигеҙенсе урынды биләй. Торлаҡ менән тәьмин итеү кимәле 2019 йылға ҡарата 2,2 процентҡа үҫкән һәм бер кешегә 27,2 квадрат метр тәшкил иткән.
Былтыр Башҡортостан “Ауыл ипотекаһы” программаһы буйынса кредит биреү күләме йәһәтенән илдә беренсе урынды биләгән. “Ғаилә ипотекаһы” һәм күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн субсидия түләү программаларын тормошҡа ашырыу буйынса ла илдә алдынғылар иҫәбендәбеҙ. Мохтаждар өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы ҡаралған. Былтыр бындай булышлыҡ 12 мең кешегә күрһәтелгән.
Республикала төҙөлгән торлаҡтың 61 проценты – шәхси йорттар. Хөкүмәт үҙаллы өй һалған кешеләргә ярҙам итергә әҙер, уларҙы коммуналь инфраструктура менән тәьмин итә, социаль объекттар төҙөй.
Ҡала төҙөлөшөнә лә ҡараш үҙгәрә башланы. Быға тиклем йорттар социаль ихтыяжлыҡты иҫәпкә алмайынса һалына ине. Һөҙөмтәлә меңәрләгән кеше йәшәгән биҫтәләрҙә балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар юҡ. Шуға күрә бынан ары төҙөүселәр үҙ өҫтәренә социаль йөкләмә лә аласаҡ.
"Алданған өлөшсөләр хоҡуғын тергеҙеү өҫтөндә лә әүҙем эшләйбеҙ. Әле беҙҙә ете мең самаһы алданған өлөшсө һәм 128 проблемалы объект бар. Уларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса Хөкүмәт ике йүнәлештә эшләй: “Өлөшләтә төҙөлөш ҡатнашсылары – граждандар хоҡуғын һаҡлау фонды” һәм республика көстәре менән, - тине Андрей Назаров. – Дөйөм алғанда, алданған өлөшсөләр проблемаһын 2023 йыл аҙағына тиклем хәл итергә планлаштырабыҙ".
Былтыр фонд советы ҡарары менән 871 өлөшсөгә 1 миллиард 176 миллион һумлыҡ компенсация түләнгән. Шулай уҡ 1054 граждандың хоҡуғы тергеҙелгән: улар дөйөм майҙаны 34 мең квадрат метрлыҡ 833 фатир алған.
Хөкүмәтебеҙ Башҡортостанды илдең йәшәү өсөн иң уңайлы төбәге итергә тигән бурыс ҡуйған. Былтыр 103 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, йәнә 91-е – планда. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелде. 134 мең кеше йәшәгән 799 күп фатирлы йорт ремонтланды, 2180 подъезд яңы төҫ алды.
Экология тармағы ла иғтибар үҙәгенән төшмәй. 2019 йылдан алып ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә комплекслы система булдырыла башланы. Былтыр 280 гектар майҙанлыҡ 473 сүплек юҡҡа сығарылған, дүрт районда сүп-сарҙы сорттарға бүлә торған биш комплекс төҙөлгән. 2348 контейнер майҙансығы булдырылып, 9320 контейнер ҡуйылған.
Былтыр республикала туризмға бик ҙур иғтибар бүленде. Тармаҡты үҫтереү өсөн бик күп эш башҡарылды.
"Дөйөм алғанда, республика лайыҡлы урын биләй: милли туристик рейтингтарҙа беҙ туғыҙынсы, төбәктәр рейтингында – һигеҙенсе, иң яҡшы ҡышҡы курорттар эшләүе йәһәтенән туғыҙынсы урындабыҙ. Бынан тыш, былтыр “Урал аръяғы-2020” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үткәргән өсөн Милли премияның туризм өлкәһендәге Гран-приһын алдыҡ, - тине Андрей Назаров. - “Янғантау” геопаркы 2019 йылда ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерелде, былтыр уға “Торатау” геопаркын индереү буйынса ла эш башланыҡ".
Былтыр юл буйы сервисы мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленде. 2024 йылға тиклем уларҙың һаны ике мең берәмеккә тиклем етергә тейеш. Булғандары ремонтланасаҡ һәм яңылары төҙөләсәк.
Былтыр тышҡы иҡтисади бәйләнештәр яҡшы үҫеште. Экспорт эшмәкәрлеген 953 компания тәьмин иткән. 122 ил менән тышҡы иҡтисади бәйләнеш булдырғанбыҙ.
“Һәр йәһәттән беҙгә федераль үҙәк ҙур ярҙам күрһәтте. Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолған ашығыс өҫтәмә финанслау төбәктәр өсөн баһалап бөткөһөҙ булды. Ярҙам бик кәрәкле һәм яуаплы ваҡытта килде”, - тип яҙҙы бөгөн отчеттан һуң социаль селтәрҙәрҙә Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас