Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр “Инвестиция сәғәте” форматында республиканың Инвестиция комитеты ултырышын үткәрҙе. Унда видеоконференция тәртибендә Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
- Инвестиция сәйәсәте үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Бөгөн һеҙ беҙҙең 2020 йылғы эш йомғаҡтарына арналған отчетты ишеттегеҙ. Иҡтисадта үҙ позициябыҙҙы һаҡлай алдыҡ, тик бының менән генә туҡтап ҡалырға ярамай, - тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә ҡайһы бер маҡсатлы күрһәткестәрҙе үҙгәртергә тәҡдим иттек. Һандар бик амбициялы – 2024 йылға тиклем республиканың төбәк вал тауарын йылына 2,5 триллион һумға, ә төп капиталға инвестициялар күләмен йылына 650 миллиард һумға тиклем күтәреү. Әгәр юғары планка ҡуймаһаң, алға барыу ҙа булмаясаҡ.
Быға тиклем Һарытау һәм Пенза өлкәләрендә эшләгән “Агродинамика” компаниялар төркөмө Көньяҡ Уралда башҡорт ерҙәрен мелиорациялау буйынса ҙур проект тәҡдим итте. 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән инвестиция программаһы 10 мең гектарҙан ашыу майҙанда ерҙе дымландырыу системаһын эшкә ҡушыуҙы һәм шулай уҡ кукуруз, соя етештереүҙе күҙ уңында тота.
Проекттың финанс директоры Анастасия Калягина белдереүенсә, мелиорация Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондары биләмәһен үҙ эсенә аласаҡ. Проект Башҡортостандың ҡоролоҡҡа дусар булған өлөшөндә уңдырышлылыҡты арттырыу, төбәктең экспорт мөмкинлеген киңәйтеү һәм 200 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Инвестиция күләме дүрт миллиард һумдан ашыу буласаҡ. Анастасия Калягина белдереүенсә, “Агрохолдинг”тың ошоноң ише проектты тормошҡа ашырыуҙа уңышлы тәжрибәһе бар.
- Тәүҙә һеҙҙең проект мине ҡыуандырҙы. Тик шунда уҡ был төбәк ауылдарын эсәр һыу менән тәьмин итеү буйынса һорауым тыуҙы, - тине Радий Хәбиров.
"Проект-смета документтарын әҙерләгәндән һуң мотлаҡ рәүештә экологик экспертиза үткәрәсәкбеҙ. Һыу дефицитынан кешеләр ҙә, беҙҙең эшмәкәрлек тә яфаланырға тейеш түгел, - тине Анастасия Калягина. – Ысынбарлыҡта, Аҡъяр һыуһаҡлағысынан һыу алыу әллә ни ҙур кимәлдә булмаясаҡ".
Башҡортостан Башлығы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына кәрәкле эксперт сараларын үткәрергә һәм, ыңғай яуап алған осраҡта, проектҡа ярҙам итергә ҡушты.
“Полимак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коммерция директоры Рөстәм Мирғәзәмов дренажлы геокомпозит етештереү проектын тәҡдим итте. Был Рәсәй баҙары өсөн инновациялы материал эшләү, ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар полигондарын рекультивациялау, юл төҙөлөшө, тау байыҡтырыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтендә, ауыл хужалығында бик кәрәк. Инвестиция күләме 275 миллион һум тәшкил итәсәк. Етештереүҙе быйыл уҡ башларға планлаштыралар.
Рөстәм Мирғәзәмов белдереүенсә, уларҙың предприятиеһы республикала полимерлы гидроизоляциялы геомембрана етештереү проектын уңышлы тормошҡа ашырған.
- Беҙ халыҡ өсөн дә тауар етештерергә әҙербеҙ, мәҫәлән, пластик мөгәрәптәр, - тине компания директоры. – Апрелдә Шаҡша биҫтәһендә үҙебеҙҙең производствоның икенсе линияһын асабыҙ.
Башҡортостан Башлығы республиканың Сәнәғәт министрлығына илдең Сәнәғәтте үҫтереү фондына 150 миллион һумлыҡ займ биреү өсөн ғариза әҙерләргә ҡушты.
Эшҡыуар Людмила Буяк Иглин районында М-5 “Урал” трассаһында юл буйы сервисы комплексы төҙөргә йыйына. Уның Силәбе өлкәһендә ошондай уҡ комплексы бар. “Инвестиция сәғәте”ндә ул 52 миллион һумлыҡ проект тәҡдим итте. Уны тормошҡа ашырғас, 30 яңы эш урыны булдырасаҡ.
Комплекс эсенә кафе, ҡунаҡхана, автотуҡталҡа, техник хеҙмәтләндереү станцияһы, запчастар магазины һәм сауҙа рәттәре инәсәк. Инвестор юл буйы кемпингы янында ара һыҙаттары төҙөү өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия һораны.
Радий Хәбиров Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына проектты оҙатырға, өс айҙан һуң эштәр барышы тураһында әйтергә ҡушты.
Благовещен районынан “Камень-Техсервис” фирмаһы ваҡ таш етештереү өсөн төҙөлөш материалдары табыу һәм тәбиғи таштан әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Предприятие директоры Александр Попцов ғәмәлдәге ҡеүәттәрҙе арттырыу проектын тәҡдим итте. Компания ваҡлау ҡорамалдары паркын яңыртырға, автомобиль техникаһы алырға һәм таштан әйберҙәр эшләү цехын киңәйтергә йыйына. Инвестиция күләме 110 миллион һум тәшкил итәсәк, яңы 27 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Эшҡыуарҙар тәбиғи материал табыуҙы агросәнәғәт ихтыяжы өсөн файҙаланыу мөмкинлеген өйрәнергә тәҡдим итте. Радий Фәрит улы Ауыл хужалығы министрлығына был башланғысты өйрәнергә, уның һөҙөмтәһе буйынса аграрийҙарға яңы тауар тәҡдим итергә ҡушты.
“Инвестиция сәғәте”ндә шулай уҡ Өфө, Белорет, Дүртөйлө райондарындағы өс авто газ тултырыу компресс станцияларында "ИРБИС-РБ” яғыулыҡ компанияһының юл буйы кемпингтарын төҙөү проекты раҫланды. Бынан тыш, Инвестиция комитеты Белорет металлургия комбинатында ҡорос сым – канат етештереүҙе модернизациялау проектын тикшерҙе.
- Бөгөн беренсе тапҡыр ҡараған һәм өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индергән проекттарҙы мотлаҡ рәүештә тағы өс айҙан һуң ҡараясаҡбыҙ. Эштәрҙең нисек барышын белер, кәрәк икән инвесторҙарға ярҙам итер өсөн шулай итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – эшҡыуарҙарҙы проблемалар менән яңғыҙ ҡалдырмау, ә уларға яңы предприятиелар асыу, яңы эш урындары булдырыуҙа ярҙам итеү.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.