Иҡтисад
26 Март 2021, 16:15

“Транспорт системаһы заманса автобустарға мохтаж”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров модификацияланған “НефАЗ” автобусын ҡараны.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров модификацияланған “НефАЗ” автобусын ҡараны. Яңы машина баш ҡала урамдарында һынау үтергә әҙерләнә.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Надир Сәмиев әйтеүенсә, етештереүсе автобустарҙы файҙаланыу барышында тыуған иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алды. Яңы машина оҙонораҡ һәм киңерәк, тәҙрәләре лә, урындары ла күберәк. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус платформалар таймай торған материалдар менән көпләнгән.
Кабинаһы водителдәр өсөн иркен һәм уңайлы. Автобустың эсе-тышын һигеҙ видеокүҙәтеү камераһы төшөрә. Машина тәбиғи газда эшләй. Бер заправка тотош эш сменаһына етә. Автобус пассажирҙарҙы иҫәпләү һәм заманса хәүефһеҙлек ҡулайламалары менән йыһазландырылған.
– Беҙҙең транспорт системаһы ошондай заманса автобустарға мохтаж, – тине Радий Хәбиров. – Пассажирҙар ташыу селтәрен үҫтереүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Һүҙ ҡалалар тураһында ғына бармай. Ауылдарыбыҙ һәм район үҙәктәре араһында автобус бәйләнешен яйға һалыу бурысы тора.
Тест-драйв һөҙөмтәһе буйынса “Башавтотранс” ҡала маршурттарында файҙаланыу өсөн яңы машиналар һатып алыу мөмкинлеген ҡараясаҡ.
Читайте нас