Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһының ветеринария станцияһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы йөҙгә яҡын ауылды, район һәм ҡала биләмәһендәге яуаплылығы сикләнгән ике ширҡәтте, өс федераль ҡаҙна учреждениеһын һәм биш крәҫтиән (фермер) хужалығын хеҙмәтләндерә. 2019 йылдан алып был ойошмаға Фәрхәт Ибраһим улы Джаффаров етәкселек итә.
Станция ветеринарҙары хеҙмәтләндергән зоналағы бөтә төр хужалыҡтарҙа былтырғы йыл аҙағына 16 825 баш һыйыр малы, 2 927 сусҡа, 12 461 ваҡ мал, 2 645 йылҡы, 35 696 ҡош-ҡорт, 1 308 йорт ҡуяны һәм 6 594 умарта күсе иҫәпләнә. Ветеринарҙар коллективы 52 хеҙмәткәрҙән тора, шул иҫәптән – 23 ветеринар-табиптан, туғыҙ ветеринар-фельдшерҙан, бер лаборанттан һәм 10 ветеринария санитарынан. Ветстанция составында ике участка ветеринария дауаханаһы, ете ветеринария участкаһы, ике ветеринария пункты һәм ике ветеринария-санитария экспертиза хеҙмәте бар. Уларҙың барыһы ла белгестәр, еңел һәм махсус транспорт, дауалау-иҫкәртеү саралары һәм тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
Һәр подразделениеның маҡсаты – эпизоотик саралар планын үтәү, малдарға ашығыс ветеринария ярҙамы күрһәтеү, мал аҙығының сифатын контролдә тотоу юлы менән инфекция һәм инвазия сирҙәрен иҫкәртеү.
Һәр ойошмалағы кеүек үк, ветеринария станцияһында ла бөтә эшмәкәрлектең кимәлен кадрҙарҙың сифаты хәл итә. Улар араһында Салауат ҡалаһының ветеринария дауаханаһы етәксеһе Юрий Александрович Ивановты, ветстанцияның баш бухгалтеры Әнифә Әнәс ҡыҙы Саяхованы, Петровск ветеринария участкаһы мөдире Николай Семенович Талыневты (ветеринария стажы – 36 йыл), Яңы Әптек ветеринария участкаһы мөдире Алексей Александрович Серегинды, Ишембай ветеринария участкаһы мөдире Светлана Владимировна Одинокованы, Сәлих ветеринария участкаһы мөдире айҙар Вил улы Хәсәновты, Урман-Бишҡаҙаҡ ветеринария учсткаһы мөдире Артур Фәнил улы Тойғоновты, Көҙән ветеринария участкаһы мөдире Юрий Николаевич Филипповты, Этҡол участкаһы мөдире Илмир Биктимер улы Дәүләтҡоловты, Маҡар участкаһы мөдире Динара Нәзил ҡыҙ Яҡупованы һәм башҡаларҙы билдәләргә мөмкин.
Ишембай ҡала-район ветстанцияһы дәүләт ветеринария күҙәтеүе органдары менән берлектә мал хужалары араһында йоғошло мал ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса киң аңлатыу эше алып бара, был эшкә киң мәғлүмәт сараларын да (“Торатау” һәм “Восход” гәзиттәре, ТНТ “Арис” телевидениеһы) йәлеп итә. Коллектив районда үткәрелгән мәҙәни һәм спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша.