Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө дәүләт авиация техник университеты майҙансығында “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Университеттың фән буйынса беренсе проректоры Рөстәм Йәнекәев уҡыу йортоноң инновациялы ҡаҙанышы – поршенле авиация двигателдәре менән таныштырҙы.
– Ошондай двигателдәрҙә эшләгән бәләкәй авиация – Рәсәйҙә индустриаль үҫештең нигеҙе, – тине ул. – Ләкин илдә үҙебеҙҙең производство юҡ. Рәсәйҙә сығарылған пилотһыҙ һәм бәләкәй самолеттарҙың барыһы ла сит илдән индерелгән двигателдәрҙә оса. Университет ошо өлкәлә перспективалы эшләнмәләргә эйә. Был импортҡа алмаш программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә мөһим.
– Беҙгә поршенле авиация двигателдәрен күпләп етештергән сәнәғәт партнерын табырға кәрәк. Был эшкә булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Өфөнөң “Орбита” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы тергеҙеү медицинаһы өлкәһендәге эшләнмәләрен тәҡдим итте.
– Беҙ умыртҡалыҡ һәм быуын ауырыуҙарын дауалау өсөн аппараттар сығарабыҙ, – тине предприятие директоры Татьяна Демичева. – 15 меңдән ашыу аппарат Рәсәйҙәге һәм яҡын сит илдәрҙәге медицина, һауыҡтырыу һәм спорт учреждениеларында ҡуйылған. Күптән түгел “ORMED-кинезо” һәм “Аква-релакс” аппараттары коронавирустан һуң һаулыҡты тергеҙеү йәһәтенән ыңғай һөҙөмтә биргән. Әле иһә ҡулайламалар Өфөләге дауаханаларҙың береһендә клиник һынау үтә.
Татьяна Демичева әйтеүенсә, компания һанлы программалар менән идара ителгән станоктар һатып алыу өсөн субсидияға мохтаж. Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡтағы “Станоктар эшләү” берекмәһе сығарған станоктарға иғтибар итергә кәңәш бирҙе. Ул шулай уҡ вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға “Орбита” предприятиеһының медицина ҡорамалдары мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
Баш ҡалалағы “Саф һауа” фәнни-етештереү предприятиеһы тын юлдары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм сирләгәндән һуң һаулыҡты нығытыу өсөн йәнә бер медицина ҡулайламаһын тәҡдим итте. Компанияның башҡарма директоры Әлфиә Булгакова әйтеүенсә, улар биналағы һауаны таҙартыу һәм зарарһыҙландырыу приборҙары етештерә.
– Пандемия көсәйгән осорҙа, 2020 йылда беҙ бактерицидлы рециркулятор сығарҙыҡ, – тине ул. – Дауаханалар, поликлиникалар, сәнәғәт биналары һәм торлаҡ төҙөүселәр менән хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә беҙҙең продукция хаҡында күптәр белмәй.
Өфөнөң “Уралинтех” предприятиеһы етәксеһе Игорь Черненко продукция һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләне. Компания буяуҙар сығарыу менән шөғөлләнә. Етештереү күләме йылына 3,5 мең тоннаға етә. Ләкин предприятие республикабыҙҙа ла бик аҙ билдәле.
– Күреүемсә, Башҡортостандағы тауар етештереүселәрҙең продукцияһын танытыуҙағы ҡыйынлыҡтар системалы мәсьәләне тәшкил итә, – тине Радий Хәбиров. – Был айырыуса тауар әйләнеше ҙур булмаған бәләкәй предприятиеларға ҡағыла. Уларға маркетинг хеҙмәтен үҫтереү еңел түгел. Киң мәғлүмәт сараларында “Башҡортостанда эшләнгән” тигән рубрика аҫтында республика предприятиеларының ҡаҙаныштары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе әүҙемерәк баҫтырып сығарырға кәрәк.
“Авиатех” фирмаһының Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡарамағына ингән төп предприятиеларҙың береһенә әүерелеүе ихтимал. Компания автоматлаштырылған һәм роботлаштырылған технологик системалар эшләй, проектлай, интеграциялай, робот-манипуляторҙар сығара. Республика Башлығы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына “Авиатех” фирмаһын танытыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
“Сәнәғәт сәғәте” аҙағында Радий Хәбиров Өфө предприятиеларына юғары технологиялы заманса ҡаҙаныштарҙы ғәмәлгә индергән өсөн рәхмәт әйтте.
– Бөгөн һеҙҙең менән аралашыуҙан кәйефем күтәрелде, – тине ул. – Фән менән етештереү араһында һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу мөһим. Был ҡаҙаныштарҙы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты нигеҙендә әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт дәүләт университетын берләштереүҙең әһәмиәтен билдәләне.
– Төрлө өлкәләрҙә ҡеүәтле фәнни-етештереү үҙәктәренә эйә булған республика, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фәндә төп тенденцияларҙы билдәләмәй. Шуға күрә беҙ ошондай реформаларға барабыҙ. Ғилми мәктәптәрҙең үҙенә генә хас үҙенсәлектәрен, йолаларын һәм һәр юғары уҡыу йортоноң ҡаҙаныштарын һаҡлап ҡалып, һеҙҙе көслөрәк, конкурентлы алышта еңеп сығырлыҡ итергә тырышабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Юғиһә университеттарыбыҙ ҙур булмаған провинциаль уҡыу йорттарына әүереләсәк, федераль финанслау ҡыҫҡарасаҡ, ә студенттар башҡа төбәктәрҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына китәсәк.