Март айында Өфөлә алып барылған Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөндә әһәмиәтле ваҡиға булды: көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлештәрендәге автомобиль юлы туннелдәре тоташты. Бөгөн төҙөлөш майҙансығындағы эштәр барышы менән республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Федераль юл агентлығы (Росавтодор) етәксеһе Роман Новиков танышты.
Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проекты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла, уның дөйөм суммаһы 33,5 миллиард һум тәшкил итә. Төҙөлөш барышында 1992 йылда уҡ башланған 1276 метр оҙонлоҡтағы туннелде төҙөп бөтөү, Ҡариҙел йылғаһы аша 2,65 километр оҙонлоҡтағы күперҙе һәм 11225 метрға тиң автомобиль юлын сафҡа индереү планға алынған. Объект тулыһынса 2023 йыл аҙағына әҙер буласаҡ тип күҙаллана.
Был сығыу юлы баш ҡаланың үҙәк өлөшөн М-5 “Урал” федераль трассаһы менән тоташтырасаҡ, шуның менән Өфөнөң үҙендә һәм М-5 “Урал” менән “М-7 “Волга” трассалары араһындағы юл бәйләнеше күпкә яҡшырасаҡ.
Белеүебеҙсә, туннелдә алып барылған эштәр 2007 йылда туҡтатылғайны. 2017 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән Башҡортостан концессия компанияһы төҙөлөштө финанслау тураһында килешеү төҙөнө. 2019 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ВТБ банктың идара рәйесе Андрей Костин килешеүҙе яңынан ҡарап, уға төбәк өсөн файҙалы шарттарҙа яңы өҫтәмәләр индерҙе. Һөҙөмтәлә кредит финанслауын ҡулайлаштырыу арҡаһында, республика бюджетына төшкән көсөргәнеште 30 миллиард һумғаса кәметеүгә өлгәшелде. Бынан тыш, 2019 йылдан федераль бюджеттан әлеге төҙөлөшкә 5,1 миллиард һум аҡса йүнәлтеү мөмкин булды. Быйыл Рәсәй Хөкүмәте проектты тормошҡа ашырыуға тағы 2,63 миллиард һум бүләсәк.
Төҙөлөш майҙансығында республика Башлығы Радий Хәбиров менән Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков журналистарҙың һорауҙарына яуап та бирҙе.
- Бында алып барылған эштәргә яҡшы баһа ҡуям. Бөгөн бер ыңғай дүрт майҙансыҡта эш йәйелдерелгән. Был ҡуйылған бурысты ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарып сығыуға булышлыҡ итер, тип ышанам.
Көнсығыш сығыу юлының әһәмиәте, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ. Был проект “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә, - тине Роман Новиков.
Төҙөлөш объектының Өфө һәм тотош төбәк өсөн ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын республика Башлығы Радий Хәбиров та һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Иң мөһиме – беҙҙең партнерҙарыбыҙ һәйбәт. Бөгөн беҙ бында эштәрҙең ни тиклем яҡшы ойошторолоуын үҙебеҙ күрҙек һәм баһаланыҡ. Әлбиттә, Рәсәй Хөкүмәте ярҙамына өмөтләнәбеҙ. Үҙебеҙгә республика бюджеты иҫәбенә һалынған өлөштө – дөйөм алғанда 4,5 миллиард һумды алабыҙ. Әгәр федераль кимәлдә финанслауҙа тотҡарлыҡтар булмаһа, 2024 йыл башына Көнсығыш сығыу юлы буйлап тәүге автомобилдәр йөрөй башлаясаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Һөйләшеү барышында ул шулай уҡ Росавтодор менән тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлашыуын, сөнки республика биләмәһе аша ике федераль трассаның – М-5 “Урал” менән М-7 “Волга” үтеүен әйтеп үтте.