Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселегендәге республика Хөкүмәте делегацияһы Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтендә эш сәфәрендә булды. Эш төркөмөндә ҡатнашыусылар төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешендәге төп күрһәткестәрҙең үҙенсәлектәрен ентекле өйрәнде, инвестиция, сәнәғәт, ҡулланыу баҙары, өҫтәмә тулайым хаҡ кеүек йүнәлештәр буйынса үҫеш йылдамлығын иҫәпләү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән иң яҡшы практикаларҙы ҡараны.
– Дөрөҫ идара итеү ҡарарҙары өсөн иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең торошо тураһында тулы һәм объектив мәғлүмәт биргән статистика органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк, – тине Рөстәм Моратов.
Осрашыуҙа предприятиелар тарафынан сәнәғәт етештереү индексы, төп капиталға инвестициялар, тулайым төбәк продукты һәм башҡа индикаторҙар буйынса дөрөҫ статистика отчетын төҙөүгә методологик ҡараштар буйынса фекер алыштылар.
– Башҡортостан командаһы предприятиелар тарафынан үҙҙәренең инвестиция һәм етештереү эшмәкәрлеге, уларҙың нигеҙендә төбәктең макроиҡтисади хәлен күҙаллау буйынса файҙалы белем алды. Артабан уны республика предприятиеларына таратасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Моратов.
“Росстат” етәкселеге республикаға артабан да Үҙәк аппарат һәм территориаль органдар аша консультация ярҙамы күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ 2021 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләштеләр.
Мәғлүм булыуынса, быйыл “Росстат” бәләкәй бизнестың иҡтисади иҫәбен алыуҙы ла ойоштора. Сара биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51191