Өфөнән Көнсығыш яҡтан сығыу юлы проекты даими һәм тотороҡло финанслана, тип белдерҙе журналистарға Федераль юл агентлығы (“Росавтодор”) етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Новиков.
“Күләм ҙур – 33,5 миллиард һум, уларҙың 19,9 миллиард һумы – федераль ярҙам, уны Федераль юл агентлығы күрһәтә. Беҙ 5,1 миллиард һум бирҙек. 2021 йылда был объектҡа тағы ла 2,6 миллиард һум йүнәлтергә йыйынабыҙ”, – тип билдәләне Роман Новиков.
Уның һүҙҙәренсә, Көнсығыш яҡтан сығыу юлын төҙөү буйынса билдәләнгән барлыҡ пландар финанс йәһәттән тәьмин ителәсәк.
“Әлбиттә, проектты артабан тормошҡа ашырыу төҙөлөш-монтаж эштәрен үтәү барышына бәйле буласаҡ. Объектты ваҡытында йәки алдан тамамлау, әлбиттә, сифатҡа зыян килтермәҫкә тейеш. Объект төҙөлөшөнөң финанс нигеҙе буйынса хәүеф юҡ. Төҙөүселәргә рәхмәт белдерәм һәм уңыштар теләйем”, – тине “Роставтодор” етәксеһе.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.