Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Новиков менән осрашты. Көн тәртибендә юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыу, республикала транспорт инфраструктураһының эре объекттарын төҙөү һәм ремонтлау мәсьәләләре ҡаралды.
"Федераль юл агентлығы ярҙамын һәр ваҡыт тоябыҙ. Беҙҙең өсөн һеҙҙең Өфөнән Көнсығыш яҡтан сығыу юлындағы туннелдең көнсығыш һәм көнбайыш йүнәлештәрен тоташтырыу буйынса ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашыуығыҙ икеләтә ҡыуаныслы. Бергә эшләүебеҙ 2024 йылда ҙур уңыш менән тамамланасаҡ, һәм был комплекс һөҙөмтәле эшләйәсәк. Федераль ярҙам арҡаһынд башҡа эре объекттарҙы ла тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Мәҫәлән, Өфөлә Воровский урамындағы Ағиҙел йылғаһы аша күпер, Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге айырса", – тине Радий Хәбиров.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жулько 2020 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса бөтә маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгәне хаҡында хәбәр итте. Төбәктә 357 километр автомобиль юлы ремонтланған, 4,8 километр яңы юл төҙөлгән, 33 светофор ҡуйылған. Быйыл Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 225 саҡрым араны йүнәтеү планлаштырыла.
"Башҡортостан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, бөтә эштәрҙе лә 100 процентҡа үтәй", – тип билдәләне Роман Новиков.
Осрашыуҙа “Орск – Сибай – Магнитогорск – Южноуральск – Силәбе” автомобиль юлын төбәк милкенән федераль милеккә тапшырыуҙы 2028 йылдан 2032 йылға күсереү, шулай уҡ “Өфө – Пермь” автомобиль юлын федераль әһәмиәттәге автомобиль юлы үҫеше планына индереү ҡаралды.
Роман Новиков Ырымбур, Силәбе өлкәләре һәм Пермь крайы менән берлектә документтарҙы туплауҙы тамамлауҙы, һунынан Урал аръяғы трассаһын Федераль юл агентлығы балансына тапшырыу мәсьәләһен ҡарарға тотоноуҙы һораны.
"Был участкалар Рәсәйҙең мөһим юл селтәрҙәренә инә. Ошо көндәрҙә Федераль юл агентлығы илдең терәк юлдарын артабан үҫтереү буйынса стратегия әҙерләй башлаясаҡ. Трассаны беҙҙең ҡарамаҡҡа биргәнгә тиклем төбәктәрҙе бергә эшләргә саҡырабыҙ", – тине Роман Новиков.
Радий Хәбиров менән Роман Новиков М7 “Волга” автомобиль юлының Илеш районындағы участкаһын, Исәмәт, Үрге Йәркәй, Ишҡар, Лаяшты ауылдары янын реконструкциялауҙы тиҙләтеү мөмкинлеген ҡараны. Иҫке магистраль ауылдар аша үтә, бының менән юл-транспорт хәлдәре хәүефен арттыра. Урау юл был хәүефте бөтөрәсәк һәм автомобиль бәйләнешен яҡшыртасаҡ.
"60 саҡрымдағы урау юл күп күпер төҙөүҙе талап итә. Был сығымдарҙы киләсәк бюджеттарҙа нигеҙләргә кәрәк", – тине Роман Новиков. Ул хәлде анализлағандан һуң ҡарар ҡабул итеү өсөн проект тикшеренеүҙәрен үткәрергә тәҡдим итте.
Башҡортостандағы федераль автомобиль юлдарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында 100 фотовидеотеркәү камераһы ҡуйыласаҡ. Радий Хәбиров менән Роман Новиков республика Хөкүмәте, Федераль юл агентлығы һәм “Приуралье” автомобиль юлы идаралығы араһында өс яҡлы килешеү төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Документ фотовидеотеркәү комплекстарын трассаның хәүефле участкаларында оператив урынлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк.
"Республика юлдарында меңдән ашыу ошондай камера эшләй. 2021 йылда беҙ тағы ла 800 фотовидеотеркәү комплексын ҡуясаҡбыҙ, уларҙың 100-ө федераль трассаларҙа", – тине транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жулько.
"Беҙ амбициялы маҡсат ҡуйҙыҡ – Башҡортостанда водителдәр һәм туристар үҙҙәрен уңайлы тотһон өсөн 1000 яңы юл буйы хеҙмәтләндереү объекты төҙөргә һәм эшләп торған меңен тейешле хәлгә килтерергә. Йыш осраған ауыр һорау – федераль юлдарҙа тиҙлек йыйыу һәм тоташыу һыҙаттары буйынса килешеү", – тине Радий Хәбиров.
Роман Новиков тәҡдимдәрҙе хупланы, республикала автомобиль юлдары эргәһендә туристик билдәләр ҡуйыу буйынса эште ыңғай баһаланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.