Башҡортостан Хөкүмәте менән “Синара – Ҡала транспорт ҡарарҙары Өфө” компанияһы баш ҡалабыҙҙағы трамвай селтәрен яңыртыу проекты буйынса капитал һалыуҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһындағы беренсе килешеү төҙөнө. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм “Синара – Ҡала транспорт ҡарарҙары Өфө” компанияһының генераль директоры Евгений Васильев ҡул ҡуйҙы.
– Башҡортостан өсөн әлеге килешеү капитал һалыуҙы яҡлау һәм дәртләндереү буйынса яңы алымды тәшкил итә. Ул инвесторҙарға ярҙам күрһәтеүҙе күҙаллай. Инвесторҙар һалымдар һәм ҡануниәт талаптары йәһәтенән бизнесты алып барыуҙа тотороҡлолоҡҡа ышанһын ине. Шулай уҡ килешеү тотош төбәк иҡтисадын үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһар, тигән ниәттәбеҙ, – тине Рөстәм Моратов.
Өфөләге трамвай селтәрен комплекслы яңыртыу проектына 27,6 миллиард һум инвестиция һалыу күҙаллана. Проектта ҡалалағы трамвай юлын, энергетика хужалығын, деполарҙы реконструкциялау, Өфөнөң төньяғы менән көньяғын тоташтырған трамвай линияһы, заманса туҡталыштар булдырыу, күсмә составты яңыртыу, маршрут селтәрен ҡулайлаштырыу, юл хаҡын түләүҙең һәм хәрәкәткә идара итеүҙең автоматлаштырылған заманса системаһын ғәмәлгә индереүҙе күҙаллай.
– Һәр кеше уңайлы мөхиттә йәшәргә тейеш. Ул, тәү сиратта, торлаҡ һәм сифатлы транспорт, энергетика һәм коммуналь инфраструктура. Транспорттың үҫеш дәрәжәһе ҡаланың, йыш ҡына тотош төбәктең үҫеш мөмкинлеген билдәләй. Беҙ киң компетенцияларға эйәбеҙ һәм Өфөнөң транспорт системаһын яңыртыу йәһәтенән комплекслы ҡарашты тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Килешеүгә ҡул ҡуйыу ошо юлда мөһим этапты тәшкил итә, – тине Евгений Васильев.
Әлегә тиклем “Транспорт аҙналығы-2020” күргәҙмәһе нигеҙендә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Синара – Ҡала транспорт ҡарарҙары Өфө” компанияһы араһында ҡала агломерацияларының транспорт системаһы өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһында биш йыллыҡ килешеү төҙөлгәйне. Ул Өфөлә электр транспортын үҫтереү буйынса берлектәге эште күҙ уңында тота ине.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51204