Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Уралвагонзавод” концернының генераль директоры Александр Потапов Ишембайҙағы “Витязь” машиналар эшләү компанияһында етештереү цехтарын ҡарап сыҡты һәм ватан танктары эшләүҙең 100 йыллығы айҡанлы дәүләт наградаларын тапшырҙы.
“Ростех” дәүләт корпорацияһының “Уралвагонзавод” фәнни-етештереү корпорацияһына ингән Ишембай предприятиеһы – юлһыҙ ерҙән йөрөй алған транспорт саралары сығарыу буйынса донъя лидерҙарының береһе. 1977 йылда асылған завод Рәсәйҙә граждан һәм хәрби тәғәйенләнештәге “Витязь” транспортерҙарын берҙән-бер етештереүсе булып ҡала.
Радий Хәбиров һәм Александр Потапов завод цехтарында булды, техника өлгөләрен шәхсән һынап ҡараны. Заводтың үҙенсәлекле продукцияһы – ҡарҙан-һаҙлыҡтан йөрөй торған машиналар – Рәсәйҙә генә түгел сит илдәрҙә лә киң танылыу алған. Гусеницалы транспортерҙар ҡотҡарыусылар, яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары тарафынан файҙаланыла.
“Витязь” компанияһының генераль директоры Ирек Арыҫланов әйтеүенсә, предприятие яңы модификациялы транспортерҙарҙы сериялы етештереүҙе үҙләштереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Инвестиция күләме 802,6 миллион һум тәшкил итә.
– “Витязь” күптән инде Башҡортостан брендына әүерелде. Оҙаҡ йылдар һеҙҙең вездеходтар ҡатмарлы шарттарҙа ярҙам итә һәм хәрбиҙәрҙең, ҡотҡарыусыларҙың, етештереүселәрҙең ышаныслы таянысына әүерелде. Һеҙ үҙенсәлекле машиналар сығараһығыҙ. Бындай техниканы илебеҙҙә башҡа бер ерҙә лә эшләмәйҙәр, – тине Радий Хәбиров. – “Витязь” коллективына намыҫлы хеҙмәт өсөн ҙур рәхмәт. Предприятие әүҙем үҫә, республика уға булышлыҡ итте һәм артабан да ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ, шул иҫәптән килешеүҙәр йәһәтенән дә.
– “Витязь” заводы – Рәсәйҙең ғорурлығы. Илдә бындай предприятиелар башҡа юҡ, – тине “Уралвагонзавод”тың генераль директоры Алексей Потапов. – Бында барлыҡ климат зоналарында ла эшләгән уникаль техника етештерәләр. “Витязь” компанияһының киләсәге ышаныслы.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140503.html