Иҡтисад
1 Апрель 2021, 14:00

Предприятиела артабан ниҙәр көтөлә?

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан сода компанияһының хеҙмәт коллективы менән осрашты.

Республика Башлығы бөгөн Башҡортостан сода компанияһының хеҙмәт коллективы менән осрашҡан саҡта алдағы йылдарҙа предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеген, сығарған продукцияның сифатын арттырыу, уның үҙҡиммәтен кәметеү кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, компания эшмәкәрлегенә бәйле тыуған экологик мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк.
“Инҡар итергә ярамай: улар оҙаҡ йылдар йыйылған. Был мәсьәләләрҙе яйға һалыуға етди системалы ҡараш булманы. Завод етәкселегенә “Росприроднадзор” һәм Башҡортостан Хөкүмәте менән килешелгән программа әҙерләргә ҡушам. Тағы ла бер етди бурыс – предприятие эше өсөн сеймал базаһы. Компания етәкселеге мәғлүмәттәре буйынса, әлегә эшләгән ятҡылыҡтан сеймал сығарыу өсөн ваҡыт бар. Артабан ҡайҙан алыуҙы билдәләргә тейешбеҙ. Предприятие сеймал базаһы йәһәтенән киләсәккә ышаныслы ҡарарға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы маҡсатһыҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыу мөһимлеген билдәләне. Мәҫәлән, БСК-ның Мәскәүҙәге офисын ябыу йыл һайын бер миллиард һумды предприятиела ҡалдырыуға булышлыҡ итә. Тағы ла бер мөһим бурыс – эш урындарын һәм хеҙмәт хаҡын һаҡлау.
Предприятие Стәрлетамаҡ мәсьәләләрен хәл итеүгә иғтибар бирергә тейеш, тәү сиратта экологияға.
“Предприятиеның артабан ниндәй йүнәлеш аласағы буйынса идара итеүсе команданан эшлекле ҡарарҙар көтәм. БСК – республикала килем алыу буйынса дүртенсе предприятие һәм мин, әлбиттә, Башҡортостандың компанияны үҙ контроленә алыуына шатмын. Барлыҡ тырышлығым предприятие үҫешһен, алға китһен өсөн йүнәлтеләсәк”, – тине Радий Хәбиров.
Кисә хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3 процентын Башҡортосан Республикаһына ҡайтарыу һәм 11,7 процентын + бер акцияны ышаныслы идаралыҡҡа тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, республика предприятие менән идара итеү һәм уны үҫтереү хоҡуғын алды.
“Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙә киң спектрлы юғары сифатлы тауар етештергән иң эре химия предприятиеларының береһе, уның тауарҙары БДБ илдәренә, Балтикаға, Европаға, Яҡын Көнсығышҡа, Көньяҡ Америкаға экспортҡа сығарыла.
Йәғни унда 90 төр тауар етештерәләр. Компания илдә кальцийланған һәм аҙыҡ-түлек содаһы етештереү буйынса беренсе урында тора, шулай уҡ каустик сода етештереү буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инә, кабель пластикаттарын етештереү йәһәтенән алдынғылар рәтендә.
Былтыр предприятие ыңғай үҫеш динамикаһын һаҡланы, сәнәғәт етештереүсәнлек индексы 102,1 процент тәшкил иткән, 47 миллиард һумға тауар етештерелгән. Хеҙмәт хаҡы 10 процентҡа артҡан.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас