Иҡтисад
2 Апрель 2021, 05:30

Ашығыс экспорт ярҙамы күрһәттеләр

Ошо көндәрҙә “Ашығыс экспорт ярҙамы” Бәләбәй, Благовещен һәм Дәүләкән ҡалаларына юлланды.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Ашығыс экспорт ярҙамы” Бәләбәй, Благовещен һәм Дәүләкән ҡалаларына юлланды. Күсмә бригадалар экспорт йүнәлешендәге 13 компанияла булды. Улар эшҡыуарҙар менән берлектә производстволарҙы ҡарап сыҡты һәм экспортҡа сығыу буйынса ойошмаларҙың артабанғы шәхси эшмәкәрлеге өсөн чек-ҡағыҙҙар тултырҙы.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” барған күп кенә предприятиелар әлегә тиклем бер ҡасан да тауарын сит илдәргә сығармаған. Беҙҙең бурыс – эшҡыуарҙарға “Экспорт форсажы” акселерация программаһы нигеҙендә экспорт эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен өйрәтеү, шулай уҡ быйыл Рәсәй экспорт үҙәге менән берлектә тормошҡа ашыра башлаған тармаҡ курстарына йәлеп итеү”, – тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Мәғлүм булыуынса, “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты быйыл 1 февралдә ғәмәлгә индерелгәйне. Уны маҡсаты – Башҡортостандағы экспорт йүнәлешендәге предприятиеларҙы асыҡлау һәм уларҙың халыҡ-ара баҙарға сығыуына булышлыҡ итеү. Төбәктә экспортҡа ярҙам һәм уны үҫтереү программалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/355110/
Читайте нас