Иҡтисад
2 Апрель 2021, 11:30

“Буҙа” ла, “Таңһылыу” ҙа миҙаллы хәҙер!

Башҡортостан аграр университеты ғалимдарын ниндәй уңыштары өсөн шулай ҙурлағандар?

Башҡортостан дәүләт аграр университетының профессор-уҡытыусылар коллективы “Агрокомплекс-2021” агросәнәғәт форумында туғыҙ миҙал яуланы.
Ниндәй уңыштары өсөн уларҙы шулай ҙурлағандар? Тәүге алтын миҙал “Салями Венская” ыҫланған колбасаһы, “Башкурочка” һәм “Байская” колбасалары, ит рулеттары һәм котлеттары өсөн бирелгән. Башҡортостан шарттарында һуған үҫтереү технологияларын индереү, микроклимат һәм технологик процестар менән идара итеү системаларын эшләү буйынса хеҙмәттәр ҙә алтын миҙал менән баһаланған.
Ауыл хужалығы культураларын аэрозоль дифференциялы эшкәртеү өсөн ҡулланылған пилотһыҙ агрегат, “Буҙа” милли эсемлеге, “Таңһылыу” сиробы, мармелад, соя үҫтереү технологияларын индереү көмөш миҙалға лайыҡ булған. SMART-теплица, “Мацони” һөт аҙығы, “Башкирский традиционный” ҡымыҙы, һыйырҙарҙы һыу эсереү ҡорамалы бронза миҙалдар менән баһаланған.
Фото: Уфасити
Читайте нас