Иҡтисад
2 Апрель 2021, 18:00

Хәйерле сәғәттә, "Өфө - Күмертау"!

Бөгөндән Күмертауға яңы поезд йөрөй башланы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев “Өфө – Күмертау” маршруты буйынса беренсе экспресты ебәреү тантанаһында ҡатнашты.
- Ни бары бер нисә минуттан яңы состав республикабыҙҙың көньяғына осасаҡ. Куйбышев тимер юлы етәкселегенә рәхмәтемде белдерәм. Ни бары өс ай элек кенә беҙ яңы поезды ебәреү тураһында һөйләшкәйнек – бөгөн ул юлға сыҡты ла, - тине Радий Хәбиров.
Вячеслав Дмитриев белдереүенсә, “Өфө – Күмертау” маршруты буйынса “Орлан” тиҙлекле поездын ебәреү республика кешеләренә Күмертауға элекке кеүек 6 сәғәт тә 50 минутта түгел, ә 3 сәғәт тә 50 минут та барып етеү мөмкинлеге бирә. Яңы состав сәғәтенә 120 километрға тиклем тиҙлек йыя ала.
- “Орлан” – уңайлы поезд, ул 133 урынға иҫәпләнгән. Бында һауа рециркуляторы бар, ул пандемия осоронда бик кәрәк. Шулай уҡ климат-контроль бар, инвалидтар өсөн шарттар булдырылған. Был үҙ класындағы Рәсәйҙең иң заманса поезы. Хәйерле сәғәттә, - тине Вячеслав Дмитриев.
Яңы маршруттың тәүге пассажирҙары булып Радий Хәбиров менән Вячеслав Дмитриев инде. Төбәк етәксеһе яңы составтың талғын барыуын һәм пассажирҙар өсөн уңайлы булыуын баһаланы, машинистың эш урынын ҡараны. Башҡортостан Башлығы яңы маршруттарҙың эске туризмды үҫтереү өсөн ыңғай яҡтарын билдәләне һәм Туризм буйынса дәүләт комитетына “Рәсәй тимер юлдары”ның тәҡдимдәрен киңерәк файҙаланырға ҡушты.
Журналистар һорауҙарына яуап биреп, Вячеслав Дмитриев яңы маршрутты ебәреү етди эш арҡаһында мөмкин булды тине.
- Өфөнән Күмертауға йөрөгән поезд бик уңайлы түгел ине һәм шуға популярлыҡ менән файҙаланманы. Юлдағы ваҡыт ете сәғәткә тиклем етә ине, Стәрлетамаҡта оҙаҡ ултырырға тура килде, - тине ул. – Беҙ әле тулыһынса теҙмәне яңынан ҡараныҡ, уны кешеләр өсөн уңайлы иттек һәм йыл һайын 40 мең самаһы кеше ташымаҡсыбыҙ. Хәҙер юлда йөрөү ваҡыты 3 сәғәт 50 минут, киләсәктә уны 3 сәғәт 20 минутҡа еткерергә иҫәп тотабыҙ. Тәү сиратта шәхси ҡала-ара ташыусылар менән дәғүә итешәсәкбеҙ. Бының өсөн барыһы ла бар: беҙ тиҙерәк, уңайлыраҡ, хәүефһеҙерәк һәм арзаныраҡ. Күмертауға тиклем тулы билет хаҡы - 576 һум.
Радий Хәбиров белдереүенсә, республика был маршрутта “Алға” картаһы менән түләү мөмкинлеге булһын өсөн барыһын да эшләйәсәк.
– Хыялдарҙан башланған ҙур проект – Өфө тимер юл ҡулсаһы, ниһайәт, күҙгә күренә башланы. Уны тормошҡа ашырыуға әҙерләнәбеҙ. Өфө тирәләй йөрөйәсәк электричкаларҙы пассажирҙар лайыҡлы баһалар тип ышанам. Тик беҙҙә ағымдағы бурыстар ҙа бар. Иҡтисад ыңғай юлға төштө, һәм беҙ йөк ташыуҙы арттырырға ышанабыҙ. Көньяҡ Уралға тимер юлды проектлайбыҙ, ул Рәсәй тимер юлдарының ике тармағын ҡушырға тейеш. Иң мөһиме, “Рәсәй тимер юлдары” - ышаныслы партнер, - тине Радий Хәбиров.
“Өфө – Күмертау” экспресын ебәреү алдынан Радий Хәбиров менән Вячеслав Дмитриев “Өфө” тимер юл вокзалында эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
2021 йылдан алып тимер юлдарҙың Башҡортостан бюджетына индергән өлөшө 364 миллион һум тәшкил иткән. Куйбышев тимер юлы республика предприятиеларында етештерелгән продукцияны әүҙем файҙалана. Башҡортостан тимер юлсыларының эш хаҡы йыл башынан 7,6 процентҡа артҡан.
- “Рәсәй тимер юлдары” ҡатнашлығында Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы ҡалаларында вокзалдарҙы ремотланыҡ, яңы маршруттар астыҡ. Бының өсөн һеҙгә халыҡтан ҙур рәхмәт, - тине Радий Хәбиров.
– Тимер юлдар пассажирҙар мәнфәғәтен яҡлай, - тине Вячеслав Дмитриев. – Мәҫәлән, исеме булмаған "1629-й км” станцияһына “Спорт һарайы” исеме бирҙек. Әлеге Күмертауға барған Көньяҡ маршруттан һуң Өфөнән Приютҡа тиклем Көнбайыш экспресы, Өфөнән Белоретҡа Көнсығыш экспресы ебәрергә планлаштырабыҙ. Был маршруттарҙа уңайлы “Ҡарлуғас” поездары эшләйәсәк. Шулай уҡ вокзалдарҙы һәм станцияларҙы ремонтлауҙы дауам итәсәкбеҙ. Һәм мотлаҡ рәүештә Өфө вокзалын төҙөкләндереп бөтәсәкбеҙ.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына “Рәсәй тимер юлдары” менән уртаҡ эште әүҙемләштерергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас