Иҡтисад
2 Апрель 2021, 16:35

Туризм, фармацевтика, элемтә...

"Инвестиция сәғәте" ултырышында ошо һәм башҡа өлкәләрҙәге мөһим проекттар ҡаралды.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында Инвестиция комитеты ултырышын үткәрҙе. Унда туризм, фармацевтика һәм мәғлүмәтләштереү тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.
Павловка һыуһаҡлағысында яңы заманса ял йорто барлыҡҡа киләсәк. Уның проектын ултырышта “Павловка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусы Дмитрий Король тәҡдим итте. Уға ярашлы, бында ҡунаҡхана-ресторан комплексы һәм мунса SPA коплексы барлыҡҡа киләсәк. Тәүгеһе - быйыл, икенсеһе киләһе йылда төҙөлөп бөтөр тип күҙаллана. Дөйөм инвестиция күләме 410 миллион һум тәшкил итәсәк.
Әле ҡунаҡхананың бинаһы күтәрелгән, унда ишек һәм тәҙрәләр ҡуйылған, электр үткәрелгән. Эшҡыуар белдереүенсә, Павловкала яңы уңайлы ял йорто барлыҡҡа килеүе эске туризмды үҫтереү өсөн тағы бер аҙым буласаҡ.
Ултырышта ҡатнашыусылар проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереүҙе хупланы, уларға субсидиялар һәм һалым ташламалары биреләсәк.
Өҫтәмә рәүештә Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә Нуриман районы хакимиәте менән берлектә Павловка һыу һаҡлағысында таҙартыу ҡорамалдары ҡеүәтен арттырыу һәм урындағы туристик базаларҙан йыйылған һыуҙы һурҙырып алыу мәсьәләһен ойошторорға ҡушты. Ҙур төҙөкләндереүҙе урындағы ял базалары менән финанслашыу шарттарында үткәрергә тәҡдим ителә.
Рәсәй биотехнологиялар тармағы лидеры булған – “БашИнком” ғилми-индереү предприятиеһы – йыл һайын ауыл хужалығы өсөн 23 мең тонна юғары һөҙөмтәле биологик препараттар етештерә. Уларҙың тауарын Рәсәйҙә генә түгел, БДБ һәм Балтика буйы илдәрендә лә теләп һатып алалар. Хәҙер “БашИнком” халыҡ-ара баҙарға ла сығырға йыйына.
“Инвестиция сәғәте” ултырышында предприятие директоры Вячеслав Кузнецов кешеләр, йәнлектәр һәм үҫемлектәр өсөн хәүефһеҙ булған биопрепараттар етештереү өсөн “БашПроБиоФарм” инновация заводы төҙөү проектын тәҡдим итте. Бындай предприятие барлыҡҡа килһә, Башҡортостанда персональ медицина һәм функциональ туҡланыу, һөҙөмтәле биологик әүҙем матдәләр һәм башҡа файҙалы биоперпараттар сығарыу мөмкин буласаҡ. Быларҙың барыһы ла - беҙҙең төбәк өсөн яңы йүнәлеш.
Инновациялы предприятие Дим районында урынлашасаҡ. Инвестициялар күләме 500 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Тик үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү, электр селтәрҙәренә тоташыу менән ауырлыҡтар бар.
Башҡортостан Башлығы быға яуаплы министрлыҡтарға инженер селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләһен хәл итергә һәм бер аҙнанан һуң был хәл буйынса нимә эшләнгәнен әйтергә ҡушты.
- “БашИнком” компанияһы Өфөлә лә, “Күмертау” социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булараҡ та уңышлы эшләй. Бында микробиологик органик-минераль препараттар етештереү ойошторолған. Яңы проект сиктәрендә башҡарырға йыйынған эштәрегеҙ бик мөһим, айырыуса ковидтан һуң реабилитация үтеү өсөн. Беҙҙең ярҙамға ышана алаһығыҙ, - тине Радий Хәбиров.
“Юралс Груп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҫеш буйынса директоры Илгиз Бәхтийәров Өфө районының Рус Юрмашы ауылы биләмәһен комплекслы үҫтереү проекты концепцияһын тәҡдим итте. “Көнсығыш” тораҡ кварталы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ проект буйынса, бында логистика үҙәге, сәнәғәт паркы һәм юл буйы сервисы объекттары төҙөү күҙаллана.
2027 йылға тиклем дөйөм инвестиция күләме 3,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 250 эш урыны булдырыласаҡ, ә төҙөлөш тамамланғас, өҫтәмә 415 урын буласаҡ.
Ултырышта ҡатнашыусылар был проекттың перспективалы, киң масштаблы булыуын билдәләне. Тик уны ентекләберәк өйрәнеү өсөн, Радий Хәбиров проекттарҙы бүлергә, тәрәнерәк эшләргә, уйларға һәм яңынан “Сәнәғәт сәғәте” менән “Инвестиция сәғәте” ултырыштарына тәҡдим итеүҙе һораны.
“Газпром нефть” предприятиеһының Волга буйы федераль округындағы рәсми вәкиле булған “АЗС Регион Поволжье” компанияһы Өфө районының Жуков ауыл Советы биләмәһендә магазины, кафеһы, ял зонаһы булған заманса заправка комплексы төҙөргә планлаштыра. Инвестиция күләме 150 миллион һум тәшкил итәсәк, бында 25 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Инвестиция комитеты ағзалары проектты өҫтөнлөклөләр рәтенә индерергә тәҡдим итте. Инвесторҙың транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөүҙәге сығымдарының бер өлөшө лә ҡапланасаҡ тип хәл ителде.
Калуга өлкәһендәге “Инфра-Связь” компанияһы Башҡортостандағы “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә элемтә башнялары һәм ике төрлө тәғәйенләнешле терәүҙәр етештереүҙе ойоштороуҙа, республиканың һанлы инфраструктураһын үҫтереүҙә ҡатнашырға теләй. Компанияны ойоштороусы Аюк Бусултанов белдереүенсә, уларҙың планында республикала мобиль операторҙар өсөн элемтә башналярын ҡуйыу. Шул иҫәптән был эш алыҫ ауылдарҙы ла интернетҡа тоташтырыу өсөн башҡарыласаҡ тип күҙаллана.
2025 йылға тиклем компания проектҡа 800 миллион һум аҡса йүнәлтергә йыйына. Селтәрҙәрҙе һәм элемтә терәүҙәрен хеҙмәтләндереү өсөн - 100, етештереү өсөн 200 яңы эш урыны булдырырға йыйына.
“Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡатнашыусылар проектты хупланы, уны ла өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерҙе.
- Кәрәҙле бәйләнеш менән тәьмин итеү һәм киң һыҙатлы интернетҡа тоташыу мәсьәләләре беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө. Былтыр пандемия сәбәпле күп процестар, шул иҫәптән уҡыу онлайн-форматҡа күскәс, был тағы ла үткерерәк мәсьәләгә әүерелде, - тине республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – Төбәктә был йүнәлештә әүҙем эш бара. Былтыр кәрәҙле операторҙар 270 антенна-мачт ҡорамалдары төҙөнө. Булған тапшырғыстарҙы 4G, LTE заман стандарттарына еткереү өсөн яңыртыу ҙа әүҙем бара. Эш дауам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас