Күптәр кеүек ул бәхет эҙләп ситкә китмәй: һөнәр алғас та, тыуған ауылында ҡала. Таштимер һөнәрселек училищеһын тамамлаған Ильяс Һибәтов әрме хеҙмәтенән һуң үҙ эшен асырға ҡарар итә. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында тир түккән ата-әсәһе лә улдарының теләгенә ҡаршы килмәй.
Етмәһә, шәхси ихатала күпләп мал аҫраған, йылҡы көткән ғаилә өсөн был аҙым уңайлы ла, отошло ла. Атаһының кәңәшен тыңлап, ауылдың элекке фермаһын һатып ала, уны ремонтлап, һәүкәштәрен шунда алып килә.
Ҡушый ауылы фермеры 2019 йылда “Агростартап” программаһы буйынса 3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы ала. Ит йүнәлешен һайлаған эшҡыуар симменталь тоҡомло 17 баш тана һатып ала, тракторлы була.
– Эшемде малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ йүнәлешендә үҫтереү яғындамын. Ит йүнәлешен һайланым, беҙҙең өсөн шулай отошло. Быҙауҙарҙы әсәләре менән бергә ебәрәбеҙ, улар тиҙ ҙурая. Әлегә быҙауҙарҙы Татарстандан килеп мал йыйыусыларға тапшырабыҙ, артабан үҙебеҙ үҫтереп һатырға тигән уй бар. Йәй ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ, бейәләрҙе бәйләп һауабыҙ. Был эштә әсәйем Гөлдәр Әнүәр ҡыҙы ярҙам итә, ҡымыҙҙы үҙе бешә, – ти Ильяс Ишбулды улы.
Өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмай геройым, һәр яңы башланғысҡа сәмләнеп тотона, төрлө йүнәлеште һайларға тырыша, шуға күрә киләсәккә пландары ла күп уның. Үҙе үҫтергән малдан хәләл һәм сифатлы ярымфабрикаттар әҙерләү, дөрөҫөрәге, ит эшкәртеү цехы асып, унда билмән, манты эшләргә йыйына. Уйлап ҡараһаң, эшҡыуарлыҡта күптәр бер генә йүнәлеште һайлап яңылыша. Бөгөн иген культуралары сәсеп йәки мал көтөп кенә табыш алыу заманы түгел. Башың көнөнә биште уйлап, эшең бер нисә йүнәлештә барғанда ғына, теләгәнеңә өлгәшергә мөмкин.
Ауылдың Магнитогорск ҡалаһына яҡын урынлашыуы ла эшҡыуар өсөн отошло. Бөгөн уның клиенттары ит һорап фермерҙың үҙенә тура килә, уны ҡайҙалыр алып барырға йә иһә һатам тип баҙарҙа торорға ла кәрәкмәй. Ни тиһәң дә, баҙар иҡтисадында бөгөн хәләл һәм сифатлы иткә һорау ҙур.
Ильяс Һибәтов белдереүенсә, быйылдан ул үҫемлекселек йүнәлешендә лә эш башламаҡсы. Бының өсөн 71 гектар сәсеү майҙаны алған, унда мал аҙығы өсөн арпа, һоло сәсергә йыйына.
Ҡушыйҙың уңған, тырыш фермерының маҡсаттары изге, хыялдары тормошҡа ашырлыҡ. Эше алға киткән ир-егеттең ҡатыны Илсиә Марат ҡыҙы иң ышаныслы терәге һәм ярҙамсыһы булһа, ҡыҙы Эльмира – шатлығы ла, ҡыуанысы ла.