Иҡтисад
2 Апрель 2021, 09:04

Йыл игенсе өсөн ҡулай килмәксе

“Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра” тигән ваҡыт етте.

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу мәл – яҙғы баҫыу эштәре яҡынлаша. Әбйәлил районы аграрийҙары яуаплы осорҙо нисек ҡаршылай, техника сәсеүгә әҙерме, орлоҡ етәме, яғыулыҡ-майлау материалдары тупланғанмы, миҙгелдең быйылғы үҙенсәлектәре ниндәй? Әбйәлил игенселәренең мөһим кампанияға әҙерлек кимәле ниндәй? Ошо һорауға яуап алыу маҡсатында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим СОЛТАНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Ғәлим Наил улы, “яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра” тигән ваҡыт етте. Бар тәбиғәт уяна, баҫыуҙар ҡарҙан әрселә, аграрийҙар өсөн яуаплы осор башлана. Районда яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек нисек ойошторолдо? Яңы миҙгелдең үҙенсәлеге ниндәй?

– Ысынлап та, аграрийҙар өсөн яуаплы осор яҡынлашты. Районда яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек юғары кимәлдә, тип тулыһынса әйтә алам. Быйыл бөтә сәсеүлек 76 мең 500 гектар майҙанды биләй. 3 мең гектарҙа ужым культуралары сәселде, улар ҡышты яҡшы сыҡты.
Былтырғы ҡоролоҡ район аграрийҙары өсөн йәнә бер һынау булды, ҡайһы бер хужалыҡтар киләһе миҙгелгә етерлек орлоҡ фонды туплай алманы. 2019 йылда 80 мең тонна иген йыйып алһаҡ, былтыр был күрһәткес ни бары 36 мең тонна булды. Әле күп хужалыҡтар орлоҡ һатып алыу менән шөғөлләнә, район буйынса яҙғы баҫыу эштәрен атҡарып сығыу өсөн бөтәһе 10 мең тоннанан ашыу иген һәм иген-ҡуҙаҡлы орлоҡ талап ителә.

Миҙгелдең үҙенсәлегенә килгәндә, быйыл ҡар күп яуҙы, уның тығыҙлығы ла яҡшы ғына. Ҡар иреп, ергә һеңһә, тупраҡта дым булыр, тигән өмөттәбеҙ. Минеңсә, йыл игенсе өсөн ҡулай килмәксе. Һәр йыл беҙ яҡшыға ғына өмөтләнеп, ергә орлоҡ һалабыҙ, әммә күпселек осраҡта көткән өмөттәр аҡланмай. Нисек кенә булмаһын, Урал аръяғы төбәгенә ҡарата бер нисек тә алдан фараз ҡылып булмай, бында беҙ ҡырыҫ тәбиғәт шарттарын да, яуын-төшөмдөң нисек булырын да онотмаҫҡа тейешбеҙ. Әммә шуныһы иғтибарға лайыҡ: быйылғы яҙғы баҫыу эштәренең стратегияһы һәм тактикаһы үҙгәрмәй: сәсеүҙе иртә башлап, уны ҡулайлы срокта, 10–14 көн эсендә тулыһынса атҡарып сығасаҡбыҙ, һуңлаған осраҡта беҙ тупраҡтағы дымды юғалтасаҡбыҙ.


– Яҡшы орлоҡ – уңыш нигеҙе – был хәҡиҡәтте һәр фермер яҡшы белә. Әйткәндәй, улар орлоҡто ҡайҙан һатып ала? Ситтән алынған орлоҡ Әбйәлил тупрағын үҙ итерме?

– Ысынлап та, үҫемлекселек тармағында сифатлы орлоҡ ҙур роль уйнай. Һуңғы йылдарҙа райондың ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары был мәсьәләгә етди иғтибар бүлә, сортты яңыртыу менән шөғөлләнә, беҙҙең төбәк шарттарына яраҡлашҡан яңы сорттарҙы үҫтерә. “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан референт үҙәгенә тикшертеү өсөн 6934 тонна орлоҡ килтерелде, һәм ул сәсеүгә яраҡлы тип табылды. Районда “Әбйәлил сорт участкаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй, шулай уҡ Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре менән хеҙмәттәшлек булдырылған.
Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ тип тормай, һәр фермерҙың ер эшенә ҡарата мөнәсәбәтенең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе күҙәтелә, шуға күрә орлоҡто һайлауҙа ла улар бик иғтибарлы, сифатлы һәм элиталыһына өҫтөнлөк бирелә. Республикала “Баҫыу көнө”, үҫемлекселек йүнәлешендәге төрлө конференциялар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, район-ара ғына түгел, хатта төбәк-ара бәйләнеш булдырыла, аҙаҡ улар хеҙмәттәшлеккә күсә. Шулай уҡ күп фермерҙар иҡтисади йәһәттән төшөмлө культуралар сәсеүҙе үҙ итә, йылдан-йыл техник культураларҙы сәсеү майҙандары ла киңәйә. Күп хужалыҡтар көнбағыш, етен кеүек культураларға өҫтөнлөк бирә.


– Белеүебеҙсә, һуңғы ваҡытта хужалыҡтарҙа тупраҡтың уңдырыш­лылығын арттырыу буйынса ла һөҙөмтәле эш алып барыла. Баҫыуҙарҙың туңға һөрөлөүе, минераль ашламалар ҡулланыуы күҙәтелә.

– Элекке технологияларға кире ҡайтаһығыҙ, тип әйтергә теләгәнегеҙҙе аңлайым (йылмая – авт.). Ергә ни тиклем нығыраҡ эйелһәң, ул һиңә шул тиклем уңышты күберәк бирер, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ысынлап та, ерҙе үҙ итеп, үҫемлекселек тармағында эшләгәндәр яҙын тупраҡҡа орлоҡ ташлап ҡына көҙөн мул уңыш йыйып алып булмаясағын яҡшы белә. Күптәр тәүҙәрәк ошо схема буйынса эшләп ҡараны, әммә тәрән яңылышты. Бөгөн районда күп фермерҙар тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара, мөмкин тиклем күберәк минераль һәм органик ашламалар индерә, химик йә иһә биологик препараттар ҡуллана. Әммә минераль ашламаларҙы һатып алырға бар аграрийҙарҙың да хәленән килмәй, уның хаҡы бик юғары. Шуның өсөн күп фермер хужалыҡтары шыйыҡ комплекслы ашламаларға өҫтөнлөк бирә. Улар арзан да, шул уҡ ваҡытта был ашламаны сәсеүҙә лә, баҫыуҙарҙы химик утау мәлендә лә ҡулланырға мөмкин. 2015 йылда район буйынса дөйөм сәсеү майҙанына ашлама индереү гектарына 1,2 килограмм тура килһә, былтыр 11,2 килограмм булған. Быйыл был күрһәткесте йәнә арттырырға уйлайбыҙ. Минераль ашламаларҙы һатып алыуға йылдан-йыл субсидия бирелеүе лә күп фермер өсөн отошло.
Тағы ла шуны билдәләр инем, райондың “Красная Башкирия” хужалығы, республикала тәүгеләрҙән булып Европа кимәлендә тупраҡты нуль технологияһы буйынса эшкәртеүҙе ҡулланып, заманса ауыл хужалығы техникаһы һатып алды. Бөгөн хужалыҡтың No-till һәм Strip-till технологиялары буйынса ер эшкәртеү алымдарын райондың башҡа фермерҙары ла үҙләштерҙе. Мәҫәлән, фермерҙар Сергей Старцев, Владимир Серпков һәм Рәмил Юлдыбаевтар бер нисә йыл рәттән ошо алымды уңышлы файҙалана.


– Мөһим кампанияла ҡатнашасаҡ техниканың әҙерлегенә килгәндә...

– Улар тулыһынса әҙер, әле хужалыҡтарҙа яҙғы баҫыу эштәренә сәсеү агрегаттары, тракторҙар, ауыл хужалығы машиналарын әҙерлек һыҙығына сығарыу дауам итә, был йүнәлештә хужалыҡ етәкселәре, инженерҙар һәм фермерҙар менән кәңәшмә үткәрҙек. Район хужалыҡтары йылдан-йыл яңыраҡ техника менән тулылана, былтыр 136 миллион һумлыҡ 75 берәмек яңы техника һатып алынды, бының өсөн 24 миллион һумдан ашыу субсидия бирелде. Техниканың төҙөклөгө менән бер рәттән, механизаторҙарҙы уҡытыу, аттестация һәм медицина тикшеренеүҙәре үткәреү бурысы ла ҡуйылды. Кадрҙарға килгәндә, беҙҙә был йәһәттән проблемалар юҡ, тәжрибәлеләре янында йәштәрҙең дә һәр саҡ булыуы маҡтауға лайыҡ.
Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыу өсөн 800 тонна яғыулыҡ-майлау материалы талап ителә, был тәңгәлдә лә эш алып барыла, килешеүҙәр төҙөлгән. Көндәр йылыныу менән орлоҡто ағыулау эштәре башланасаҡ.
Әбйәлил игенселәре яҙғы баҫыу эштәрен ныҡлы әҙерлек һәм тулы көс менән ҡаршы ала, иң мөһиме – аграрийҙарҙың кәйефе күтәренке, хыялдары изге, уйҙары яҡты. Ямғырҙар ваҡытында яуып, ҡояш ваҡытында ҡыҙҙырһа, баҫыуҙарҙа иген шаулап үҫер, буралар ашлыҡҡа тулыр, тигән ышаныс­тамын.
Читайте нас