Иҡтисад
4 Апрель 2021, 07:30

Беҙҙең ниндәй тауарҙарҙы маҡтайҙар?

Баҡһаң, республикала етештерелгән иң популяр тауар...

Башҡортостанды ниндәй тауарҙары өсөн маҡтайҙар? Яңыраҡ "Башстат" сәнәғәт тауарҙарын етештереү буйынса республиканың илдә тотҡан урынын билдәләне. Ҡайһы бер юғары технологиялы тауарҙар етештереү буйынса уның лидер булыуы асыҡланды.
Баҡһаң, республикала етештерелгән иң популяр тауар... тағылмалы арбалар (прицептар) икән. Уларҙың 59 проценты беҙҙә етештерелә. Шулай уҡ кальцийлы сода, электр яҡтыртҡыстары, өрөп тултырмалы суднолар етештереү буйынса беренсе урындабыҙ. Дизель яғыулығының һәр унынсы литры - беҙҙеке! Табаҡлы быяланың 27,1 проценты - беҙҙеке!
Шулай уҡ Башҡортостан етештереүселәре илдә сәнәғәт мейестәре, автомобилдәр өсөн кузовтар һәм автобустар етештереү буйынса беренсе урынға сыҡҡан.
Фото:tiu.ru
Читайте нас