Төркиәнең KOZUVA HOLDING компаниялар төркөмөнә ингән “Фавори” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ағиҙел ҡалаһында йылға портын, шулай уҡ Өфөләге тимер юл вокзалы эргәһендә ҡунаҡхана һәм күп кимәлле туҡталҡа төҙөү мөмкинлеген ҡарай. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың “Козува груп”тың Директорҙар советы ағзаһы Бора Ишинер менән осрашыуында ошо турала белдерҙеләр.
– Төркиә Республикаһы Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 12-се урынды биләй, үҙ-ара сауҙа әйләнеше 104 миллион АҠШ доллары тәшкил итә. Беҙ “Козува” компанияһының ниәтен юғары баһалайбыҙ һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа уға ярҙам итергә әҙербеҙ. Республикала биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, индустриаль парктар ойошторолған. Башҡортостан Хөкүмәте Ағиҙел ҡалаһында порт рәүешендәге махсус иҡтисади зонаһын булдырыу мөмкинлеген ҡарай. Был инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға һәм ҡалалағы социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк, – тине Рөстәм Моратов.
Ағиҙел биләмәһендә йылға портын асыу күп һанлы, ауыр һәм күләмле йөктәрҙе ташыуға сығымды кәметеү, стратегик Урал меридианы буйынса Рәсәй транспорт инфраструктураһын үҫтереү, төбәктәрҙең экспорт ҡеүәтен һәм Европа, Алыҫ Көнсығыш дәүләттәренә йөк ташыуҙы арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Бынан тыш, осрашыуҙа Өфөнөң тимер юл вокзалы комплексында ҡунаҡхана һәм күп кимәлле туҡталҡа төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Сарала шулай уҡ Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков, Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов, “Фавори” йәмғиәте компанияһы директоры Артур Ишмөхәмәтов ҡатнашты.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51218