Иҡтисад
5 Апрель 2021, 12:45

Ауыл хужалығы экспорты планы артығы менән үтәлгән

Күрһәткестәргә ҡарағанда, быйыл да был йәһәттән яҡшы уңыштарға өлгәшеп булыр тип көтөлә.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов агросәнәғәт предприятиеларында экспорт эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Шулай итеп, былтыр республиканан 177,7 миллион долларлыҡ ауыл хужалығы тауарҙары экспортланған. Был 2019 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда 65 миллион долларға күберәк. Әйткәндәй, план 115 миллион доллар тәшкил иткән. Күренеүенсә, ул артығы менән үтәлгән.
– Әгәр 2017 йылда экспорт башлыса сеймал (иген) иҫәбенә алып барылһа, бөгөн өҫтөнлөк өҫтәмә хаҡы юғары булған тауарҙарҙы экспортлауға бирелә. Экспорт структураһында май тармағы (53,8 процент), аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тауарҙары (15,6 процент), майлы орлоҡтар, спирттар, мал аҙығы, шрот (14,6 процент) һәм иген культуралары (14,4 процент) ҙур урын ала, – тине Илшат Фәзрахманов.
Республика тауарҙары импортерҙары булып донъяның 46 иле тора. Улар араһында тәүге урындарҙы Ҡаҙағстан, Латвия, Тажикстан, Ҡытай, Үзбәкстан биләй. Шулай уҡ Пакистан, Монголия, Литва, Норвегия, Беларусь, Иран менән әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Былтыр игенде башлыса Азербайжан, Иран, Ҡаҙағстан, Латвия алған. Май тауарҙары – Ҡытай, Төркиә, Латвия, Дания, Үзбәкстан, шәкәр – Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Монголияға оҙатылған.
Илдең Ауыл хужалығы министрлығы экспорт эшмәкәрлегендә әүҙем предприятиеларға дәүләт ярҙамы күрһәткән. Улар араһында логистика сығымдарын ҡаплау (141,1 миллион һум), сертификация сығымдарын ҡаплау (1,4 миллион һум) бар, майлы культураларҙы етештереүҙе арттырыу өсөн 24 миллион һумлыҡ субсидияны 20 республика предприятиеһы алған.
Экспорттың 75 процентын тәшкил иткән төп предприятиелар булып “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Күмертау) – 49,9 процент, “Шишмә шәкәр заводы” – 10,89 процент, “Шишмә май экстрация заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 7,61 процент, “Сервистранском” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Мәләүез) – 6,84 процент тора.
– Быйыл да эште ыңғай башланыҡ. 28 мартҡа ҡарата 56,3 миллион долларлыҡ тауар экспортҡа ебәрелде. Быйылға план 157,3 миллион доллар тәшкил итә. Бөгөндән тормошҡа ашарылған проекттар һәм төҙөлгән килешеүҙәргә ҡарағанда, был күрһәткескә өлгәшергә тейешбеҙ, – тине министр.
Ыңғай миҫалдар араһында Шишмә май экстрация заводы, Туймазы “Фабрика Сладостей” компанияһы бар. Ә бына бал менән артыҡ аҡса эшләп булмай әлегә. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, донъя баҙарында балға хаҡтар республика эсендәге менән сағыштырғанда ике тапҡыр арзаныраҡ. Былтыр Башҡортостан Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге, Канада, Корея һәм Ҡаҙағстанға 195 мең долларлыҡ 47,5 тонна бал һатҡан.
– Рәсәйгә санкциялар индергәндән һуң да, беҙҙең ил донъя баҙарында ауыл хужалығы продукцияһын етештергән төп дәүләт булып ҡала. Шул иҫәптән Башҡортостан да. Беҙгә логистика буйынса Азия менән дә, Европа менән дә эш итеүе еңел, – тине ул.
Фото: vietnews.ru
Читайте нас