Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлегенә федераль статистик күҙәтеүҙе ойоштороу төп темаларҙың береһе булды.
Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, муниципалитеттар тарафынан алып барылған эшҡыуарлыҡ иҫәбен алыу буйынса системалы эш хаҡында быға тиклем дә һөйләшеү булған. Ул башлыҡтар тарафынан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлегенә федераль статистик күҙәтеүҙе ойоштороуға көслө иғтибар кәрәклеге хаҡында әйтте.
"Эшҡыуарлыҡ буйынса иҫәпте сифатлы үткәреү мөһим икәнлеге күренеп тора. Әгәр хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәләрен дөрөҫ иҫәпләй алмаһаҡ, уны атҡарған эшҡыуарҙар хеҙмәтенең хаҡын төшөрәбеҙ, ә был статистикаға эләкмәйәсәк", – тине республика Премьер-министры.
Был эштең төп һөҙөмтәләре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов таныштырҙы.
1 апрелдә бәләкәй предприятиеларҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан хисаплама йыйыуҙың төп раунды тамамланған. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2 апрелгә ҡарата хисаплама биргән предприятиелар һаны – 70,7, шәхси эшҡыуарҙар иҫәбе 70,8 процент тәшкил иткән.
Рөстәм Моратов башлыҡтарға был эш этаптарының береһенең тамамланыуы хаҡында әйтте. Киләһе маҡсат – Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырыуҙың максималь мөмкинлектәрен файҙаланыу. Был этап иһә апрель аҙағына тиклем барасаҡ.
Фото: республика Хөкүмәте.