Уҙған аҙнаның тағы бер мөһим ваҡиғаһы “Өфө – Күмертау” поезын ебәреү булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә был теманы ла урап үтмәне.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, йома көндө был маршрут буйынса тәүге поезд рейсҡа сыҡты. Уның ярҙамында Өфөнән Күмертауға 3 сәғәт 50 минут эсендә барып етергә мөмкин буласаҡ. Элек иһә ошо уҡ маршрут буйынса 6 сәғәт 50 минут буйы барғандар. Хәҙер Күмертауға тиклем "Орлан" поезы йөрөйәсәк.
– Был поезд үҙе матур, уңайлы, тиҙ. Республика властары уға мәғлүмәт ярҙамы күрһәтергә, ә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез һәм Күмертау райондары башлыҡтары тиҙлекле электричканың мөмкинлектәрен баһаларға һәм халыҡ араһында маршруттың өҫтөнлөктәре буйынса аңлатыу эше үткәрергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Әгәр “Орлан” ҙур популярлыҡ яулаһа, Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән һөйләшеү буйынса, тағы бер состав ошо йүнәлештә йөрөй башлаясаҡ. Әле “Орлан” Өфөнән көн һайын 18 сәғәт 39 минутта китә һәм Күмертауға 22 сәғәт 29 минутта барып етә. Күмертауҙан иһә таңғы 4 сәғәт 8 минутта сығып, Өфөгә 8 сәғәт 1 минутта килеп етеп тә буласаҡ. Тулы билет хаҡы 576 һум, Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем 343 һум тәшкил итә.
Әлеге Күмертауға асылған Көньяҡ экспрессынан һуң, артабан Өфөнән Приют ҡасабаһына тиклем Көнбайыш экспрессы һәм Өфөнән Белоретҡа тиклем Көнсығыш экспрессын ебәреү планда. Был маршруттарҙа “Ҡарлуғас” поездары йөрөйәсәк.
– Өфө тимер юлы ҡулсаһын булдырыу өҫтөндә бик етди эшләргә кәрәк. Әле уны тормошҡа ашырыу буйынса эш алып барыла. Өфө тирәләй йөрөйәсәк электричкаларҙы барлыҡ пассажирҙар ҙа ыңғай баһалар тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.