Иҡтисад
5 Апрель 2021, 17:30

Илдә иң уңайлыларҙың береһе булырға тейеш

Башҡортостандың юл буйҙарында моделле кафелар барлыҡҡа киләсәк. Андрей Назаров белдереүенсә...

5 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә юл буйы хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре ҡаралды.
Андрей Назаров 15 марттағы кәңәшмәлә әйтелгән бурыстарҙы иҫкә төшөрҙө.
"Юл буйы хеҙмәтләндереүендә модуль буйынса объекттарҙың проект ҡарарҙарын, уларҙы етештереү хаҡының кәмеүен иҫәпкә алып, системалы эшләргә, уларға идара итергә һәм файҙаланырға тип килешкәйнек", – тине ул һәм быға тиклем ҡушылған эштәрҙең һөҙөмтәләрен еткерергә ҡушты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың белдереүенсә, был ҡушылған эштәр өс блоктан тора. Беренсеһе – юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарын урынлаштырыуҙың генераль схемаһын булдырыу. Икенсеһе – инвесторҙар менән эшләү. Өсөнсөһө – был йүнәлештәге дәүләт ярҙамы саралары.
Беренсе блокка килгәндә, үҫеш буйынса генераль схема формалаштырылған, ул үҙ эсенә 518 ер участкаһын ала. Әлеге ваҡытта юл буйы хеҙмәтләндереүе өлкәһендә тормошҡа ашырыласаҡ биш миллиард һумлыҡ 40 проект бар. Уларҙың күбеһе – эшләү этабында. Документтар “Инвестсәғәт”тә ҡаралыуға әҙерләнә.
Өсөнсө блок та эштә: Башҡортостан биләмәһендә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан ғәмәлдәге юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарын үҙгәртеп ҡороуға, заманлаштырыуға субсидиялар биреү проекты эшләнгән.
"Бөгөн ҡаралған мәсьәләләр һөҙөмтәле һәм тиҙ эшләнеп бөтөүҙе талап итә. Республикала юл буйы хеҙмәтләндереүе иң уңайлыларҙың береһе булырға тейеш. Мәсьәләне сифатлы атҡарырға тейешбеҙ", – тине Андрей Назаров.
Фото: республика Хөкүмәте.
Читайте нас