Иҡтисад
5 Апрель 2021, 11:15

Маҡсат – экспортлаусыларҙы асыҡлау

Сәфәр барышында белгестәр Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһының етештереү майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты.

Ошо көндәрҙә “Ашығыс экспорт ярҙамы” республика күсмә бригадаһы Дәүләкән районының экспорт йүнәлешендәге предприятиеларында булды. Бригада составына төбәк ведомстволары белгестәре инде. Проекттың төп маҡсаты – сит ил баҙарына республика тауарҙарын сығарыуҙы тәьмин итеү өсөн потенциаль экспортлаусыларҙы асыҡлау.
Сәфәр барышында белгестәр Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһының етештереү майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты, экспортҡа сығыуҙың аныҡ планы һәм дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелгән шәхси юл картаһын әҙерләү өсөн чек-ҡағыҙҙар тултырҙы. Предприятие етәксеһе Светлана Хәбибуллина әйтеүенсә, сит ил баҙарына сығыу йәһәтенән эш алымдарын билдәләү буйынса йоғонтоло ярҙам тауар поставкаһын ярайһы уҡ киңәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.
Мәғлүм булыуынса, “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты быйыл 1 февралдә ғәмәлгә индерелгәйне. Уны маҡсаты – Башҡортостандағы экспорт йүнәлешендәге предприятиеларҙы асыҡлау һәм уларҙың халыҡ-ара баҙарға сығыуына булышлыҡ итеү. Төбәктә экспортҡа ярҙам һәм уны үҫтереү программалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/82793
Читайте нас