Иҡтисад
5 Апреля 2021, 15:15

Сифатлы ҡорамалдар - үҙебеҙҙә

“Благовещен” резиденты 500 миллион һумдан ашыу аҡсаны нефть һәм газ өлкәләре өсөн үлсәү ҡоролмаларын етештереүгә йүнәлтәсәк.

“Благовещен” социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты 500 миллион һумдан ашыу аҡсаны нефть һәм газ өлкәләре өсөн үлсәү ҡоролмаларын етештереүгә йүнәлтәсәк.
“Уралтехнострой – Автоматлаштырылған системалар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Благовещен” социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резидентында нефть һәм газ тармаҡтары өсөн үлсәү ҡоролмаларын етештереү маҡсатында комплекс ойоштороу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырырға йыйына.
"Ошо эште тормошҡа ашырыу өсөн 500 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Был етештереү Башҡортостанды, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрен, яҡын сит илдәрҙе нефть һәм газ тармаҡтарындағы газ шыйыҡсалары ҡушылмалары сифатын, составын тикшергән сифатлы ҡоролмалар менән тәьмин итәсәк", – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
"Был инвестиция проектын 2021 – 2028 йылдарҙа тормошҡа ашырыу ҡаралған. Һөҙөмтәлә 100-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк", – тип хәбәр итте республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Фото: республика Хөкүмәте.
Читайте нас