Ҡыш ҡарлы булған һайын ер дымға туйына, иген уңа, тиҙәр. Ер кешеһе өсөн был – ҙур ҡыуаныс. Игенсе йыл әйләнәһенә күңеле менән баҫыуҙа. Ҡыш та тынғы тапмай ул, техниканы баҫыу эштәренә әҙерләй.
Әлшәй районының иң ҡеүәтле “Заря” хужалығында ла эш ҡайнай. Бында яҙылмаған ҡанун нигеҙендә эшләйҙәр: бер бурысты ла иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа, сифатлы итеп, ваҡытында башҡарырға тырышалар. Хужалыҡтың машина-техник паркында бөтә төр сәскес, культиватор, комбайн, йөк машиналары теүәл итеп ремонтланды. Шуныһы һөйөнөслө, быйыл хужалыҡ, 30 миллион һумлыҡ ҡорамал алып, техника паркын яңыртыуға өлгәште.
“Заря” хужалығы етәксеһе Наил Әминев етәкселегендәге коллектив шулай намыҫлы хеҙмәт итә, Әбдрәшит ауылының киләсәген хәстәрләй. Баш инженер Рөстәм Хажиев, баш агроном Рәмил Ғәйнетдинов, баш бухгалтер Зоя Исхаҡова кеүек фиҙакәр хеҙмәт итеүселәргә таяна ул.