Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағына ингән “Газпром СПГ технологиялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Алексей Кахидзе менән осрашты. Яҡтар Стәрлетамаҡ районында тәбиғи газды шыйығайтыу буйынса заманса комплекс төҙөү проектын тикшерҙе.
Республика етәксеһе иҡтисад тармаҡтарының экологик яғыулыҡҡа ҙур ихтыяж кисереүе тураһында әйтте һәм яҡын киләсәккә берлектәге эштең төп бурыстарын билдәләне.
– Беҙгә заманса производство бик кәрәк, әлбиттә. Был – Башҡортостанда ошондай тәүге күләмле проект, – тине Радий Хәбиров. – Уны уңышлы тормошҡа ашырыу республикабыҙ иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк.
Төҙөлөштөң тәүге этабын быйыл башларға ниәтләйҙәр. Инвестицияның дөйөм күләме 1,9 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шыйыҡ тәбиғи газды республика предприятиеларының йөк ташыған автомобиль һәм тимер юл транспортында ҡулланасаҡтар.
"Беҙ комплекс проектын әҙерләнек һәм әле технологик ҡорамалдар исемлеген төҙөйбөҙ, – тине Алексей Кахидзе. – Тест өлгөләре рәүешендә карьер үҙбушатҡыстарын һынап ҡарайбыҙ. Бынан тыш, маневрлы тепловозды шыйыҡ тәбиғи газға күсереү өсөн модернизацияланыҡ".
Радий Хәбиров “Газпром СПГ технологиялар” етәкселеген проектҡа дәүләт ярҙамы сараларын һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһын тикшереү өсөн “Инвестиция сәғәте” ултырышына саҡырҙы.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140622.html