6 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Дело” идарасы компанияһының Директорҙар советы рәйесе, Рәсәйҙең Гандбол федерацияһы президенты Сергей Шишкарев менән осрашты. Улар төбәктә йөктө контейнерҙа ташыуҙы үҫтереү тураһында фекер алышты.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан “Трансконтейнер” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Исуринс Башҡортостандың республикала һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, шулай уҡ сит илдәргә ҙур тоннажлы контейнерлы йөк ташыу буйынса логистика мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.
– Республикабыҙҙағы предприятиелар продукция экспорты күләмен арттыра, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә ҙур тоннажлы йөк ташыуҙы арттырыу яҡлыбыҙ, ә уны алыҫ илдәргә тимер юлдан йәки һыу юлынан контейнерҙа ташыу - иң ҡулай алым.
Башҡортостан Башлығы республиканың Транспорт һәм юл хужалығы, Ауыл хужалығы министрлыҡтарына йөктө контейнерҙа ташыу күләмен арттырыу мөмкинлеген төбәк предприятиелары менән тикшерергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140623.html