Яҙғы баҫыу эштәре башланыуға тағы бер ай самаһы ваҡыт ҡалды. Республиканың төп иҡтисади тармағы һаналған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре яңы миҙгелде түҙемһеҙлек менән көтә, уларҙың бар теләге – һауа шарттары ҡулай килһен. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостандың тәбиғәт шарттары ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен гел һынай: яҙын ҡаты ҡырауҙар төшөүе ихтимал, йәйгеһен – ҡоролоҡ, көҙөн уңышты йыйып алыуға ҡойма ямғырҙар ҡамасаулай. Ә ауыл эшсәндәре иһә был көйһөҙлөккә әҙер торорға, уңышты һаҡлап ҡалыуға бар тырышлығын һалырға тейеш. Әле республикала башланған ауыл хужалығы конференцияларында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тураһында һүҙ бара ла инде.
Быйылға яңы маҡсаттар ҡуйылды
Ауыл хужалығы конференцияларында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов быйылғы яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек кимәлен тикшерергә ҡушты. Семинарҙарҙы биш климат зонаһына бүлеп үткәреү ҙә уның башланғысы менән атҡарыла. Бөтә райондарҙан ауыл хужалығы эшсәндәрен йыйыу һөҙөмтәһеҙ, тип билдәләй ул, сөнки һәр районға, хатта һәр баҫыуға айырым технология кәрәк. Мәҫәлән, Баймаҡ районындағы ауыл хужалығы эшсәндәренә Саҡмағош районында ҡулланылған орлоҡтар һәм технология тура килмәй. Ә зоналарға бүлеү семинарҙа ҡатнашыусыларға күберәк мәғлүмәт биреү һәм яңы миҙгелгә төплөрәк әҙерләнеү өсөн тәжрибә майҙансығы булып тора.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл сәсеү майҙаны өс миллион гектар тәшкил итәсәк. 2021 йылда Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар уңышын 4,5 миллион тоннаға, уртаса уңдырышлылыҡ кимәлен гектарынан 23,5 центнерға тиклем еткерергә ниәтләй.
Вице-премьер белдереүенсә, Башҡортостан сәсеү кампанияһына тулыһынса әҙер һәм уны тиҙ арала атҡарып сыҡмаҡсы. Быға былтыр һәм быйыл алынған яңы техника булышлыҡ итәсәк. Совет осоронан алып тәүге тапҡыр республиканың ауыл хужалығы предприятиелары иҫкереү арҡаһында иҫәптән сығарыуға ҡарағанда, яңы техниканы күберәк һатып алыуға өлгәшкән. Һауа торошо мөмкинлек бирһә, 15 апрелдән техника баҫыуҙарға сәсеүгә сығасаҡ. Трактор паркы һәм махсус машиналарҙың әҙерлек кимәле 90 проценттан ашыу тәшкил итә.
Һөрөнтө ерҙәрҙе арттырыу мөһим
Һуңғы йылдарҙа йыш күтәрелгән мәсьәләләрҙең береһе – һөрөнтө ерҙәрҙең күләмен арттырыу. Совет заманынан ҡалған баҫыуҙарҙы тергеҙеү, уларҙан ҡайтанан уңыш ала башлау – көнүҙәк темаларҙың береһе. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының планына ярашлы, 2024 йылға 90 мең гектар һөрөнтө ерҙе әйләнешкә индерергә кәрәк. Был маҡсатҡа өлгәшер өсөн төрлө белгестәрҙән торған комиссия инвентарлаштырыу эшен атҡара һәм, мәғлүмәттәрҙе туплап, берҙәм база булдыра башланы. Һуңғы биш йылда республикала 107,3 мең гектар һөрөнтө ер файҙаланыуға индерелгән. Был ғәмәл федераль программа нигеҙендә башҡарылған. Әммә муниципалитеттар эшкә әүҙем ҡушылмайынса, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп булмаясаҡ. Мәҫәлән, Хәйбулла районы, тотош республикаға өлгө күрһәтеп, файҙаланылмаған һөрөнтө ерҙәрҙе эшкәртеү буйынса муниципаль программа ҡабул иткән. Йыл һайын муниципаль ҡаҙнанан был эшкә өс миллион һум аҡса сарыф ителә.
31 районда, дөйөм алғанда, 300 мең гектарҙа файҙаланылмаған һөрөнтө ер бар. Был күрһәткес буйынса Мишкә, Борай һәм Балаҡатай райондары – алдынғы урындарҙа. Был ерҙәрҙе лә әйләнешкә индерергә кәрәк.
2019 йылғы мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, республиканың 22 районында ерҙәрҙең 50 проценты ғына базаға индерелгән. Былтырғы күрһәткестәр буйынса ошо һан 65 процентҡа күтәрелгән. Ә бына Әбйәлил районында был эш тулыһынса үтәлгән.
Халыҡта “Ни сәсһәң, шуны урырһың” тигән әйтем бар. Ысынлап та, бары тик һәйбәт орлоҡтан ғына юғары уңыш алырға була.
Быйыл Рәсәйҙә 35 орлоҡсолоҡ үҙәге асыласаҡ. Шуларҙың береһе республикала буласаҡ. Уның эше орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға ла, орлоҡтоң сифатын яҡшыртыуға ла бер этәргес булыр, тип өмөтләнә ауыл хужалығы белгестәре.
Ғөмүмән, Рәсәйҙә сәселгән орлоҡтоң 63 проценты урындағы селекцияға ҡарай. Башҡортостанда иһә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, хәл күпкә яҡшыраҡ. Сәселгән орлоҡтоң 91 проценты илебеҙҙә етештерелгән, тик шуларҙың 22 проценты – республиканың орлоҡсолоҡ хужалыҡтарынан. Сәсеү кампанияһына, ғәҙәттә, 450 мең тонна орлоҡ кәрәк. Йәмғеһе республика буйынса 60-тан ашыу орлоҡсолоҡ хужалығы беҙҙең һауа торошона яраҡлаштырылған, ауырыуҙарға ҡаршылығы көслө булған, һәр яҡлап тикшерелгән орлоҡ етештерә.
Сәсеү кампанияһы өсөн 16,3 миллиард һум аҡса талап ителә. Төп сығанаҡ булып предприятиеларҙың үҙ килеме, ҡыҫҡа ваҡытлы ташламалы кредиттар һәм дәүләт ярҙамы торасаҡ.
Ашлама етерлек кимәлдә тупланған
Март аҙағына алынған мәғлүмәткә ярашлы, 115 мең тонна ашлама әҙерләнгән, был – пландың 70 проценты. Дизель яғыулығы запасы 10 мең тонна тәшкил итә. Эштәр башланғансы ул 40 мең тоннаға тиклем етергә тейеш.
Ашлама туплау буйынса айырыуса Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Илеш һәм Ауырғазы райондары һәйбәт эшләгән. Әлегә алынған ашламаның өстән бер өлөшө ошо төбәктәр иҫәбенә тура килә. Шуны билдәләп үтке килә: бер гектар сәсеү майҙанына яҡынса 16,9 килограмм ашлама тура килә. Былтыр был күрһәткес 11,3 килограмм тәшкил иткән.
Әле билдәләнгән райондар уңыш күләме буйынса йыл да алдынғылар иҫәбендә.
Ужым культуралары нисек ҡышлаған?
Ужым культураларының ҡышлау шарттары ла буласаҡ уңышҡа ҙур йоғонто яһай. Көҙҙән ауыл хужалығы предприятиелары 418,4 мең гектар майҙанда ужым культуралары сәсте. Шуларҙың 187 мең гектары – ужым арышы, 221 мең гектарҙа – ужым бойҙайы.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре ҡар ятыу менән ужым культураларының хәлен даими рәүештә тикшереп тора. Ҡар аҫтынан монолиттар ҡаҙып алына. Һуңынан шытып сыҡҡан үҫентеләргә анализ эшләнә. Ауырыу барлығы, үҫентенең көсө билдәләнә. Бынан тыш, анализ һөҙөмтәләренә ҡарап, артабан баҫыуҙы ниндәй препарат менән эшкәртергә кәрәклеген билдәләйҙәр. Агрономдар әйтеүенсә, яҙғыһын яңы шытып сыҡҡан ужым культураларын ҡырау һуҡмаһа, әлегә ужым культураларының торошо белгестәрҙе ҡәнәғәтләндерә.