Ҡояш көндән-көн юғарыраҡ күтәрелә, яландарҙа ҡар ҡатламы әрселә. Яҙ бер аҙ һуңлаһа ла, техника ваҡытында әҙер булырға тейеш, сөнки баҫыу эштәренең уңышлы уҙыуы уның төҙөклөгөнә бәйле.
Ошо көндәрҙә Салауат исемендәге хужалыҡта сәсеү миҙгеленә әҙерлек барышы тикшерелде. Бында техника күп, баҫыуҙарҙа эш башланғанға ҡәҙәр бөтә агрегаттар тикшерелә. Башта тырмаларҙы ремонтлағандар. Үҙе ерҙе йомшарта, ашлама индерә, сәсә торған яңы комплекс һатып алғандар, бригадир Николай Подякин уны йыйыу менән мәшғүл.
“Алты секциянан торған агрегаттың шлангыларын ғына йыйырға ҡалды”, – ти баш инженер Айҙар Хәбибуллин. Көнбағыш, картуф, сөгөлдөр сәскәндә ер тәрән итеп һөрөлә, бының өсөн икенсе төрлө техника ҡулланыла.
Беҙ барғанда гаражда оҫта ҡуллы механизаторҙар Фәнис Вәлиев, Руслан Мусин һәм башҡа тәжрибәле белгестәр һәр узелды, йәғни комплекстың һәр өлөшөн, тикшереп ҡороу менән мәшғүл ине. “Әле эш күп, алда беҙҙе яуаплы осор көтә. Яҙғы баҫыу кампанияһы уңышлы уҙыр, тип өмөтләнәбеҙ”, – ти улар.