Иҡтисад
7 Апрель 2021, 06:30

Саҡмағошта ауыл кооперацияһы үҫә

Һуңғы йылдарҙа район биләмәһендә 10 ауыл хужалығы ҡлланыусылар кооперативы барлыҡҡа килгән.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы башланғысы менән тормошҡа ашырылған килем килтергән проекттар нигеҙендә кооперативтар асыу идеяһы һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Мәғлүм булыуынса, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа район биләмәһендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, колбаса, ит һәм йәшелсә ярымфабрикаттары етештереү буйынса 10 ауыл хужалығы ҡлланыусылар кооперативы, мал һуйыу пункты барлыҡҡа килгән.
Килем килтергән проект программаһының өс миллион һумдан ашыу гранты иҫәбенә “Шишмә” (“Родник”) ауыл хужалығы ҡулланыусылар тәьминәт-һатыу кооперативы төҙөлгән. Уның составына 22 пайсы инә, шуларҙың туғыҙы – крәҫтиән (фермер) хужалығы.
Кооператив ауыл хужалығы продукцияһы етештереп һата. Грант аҡсаһына ул металл конструкция алып, каркаслы бина ҡорған. Әле унда продукцияны һаҡлау келәте урынлашҡан һәм пайсыларҙың тауарын һатыу өсөн магазин асылған.
Быйыл “Шишмә” кооперативы үҫемлекселек продукцияһын эшкәртеү һәм төрөү буйынса етештереү базаһын булдырыу тураһындағы проект менән федераль программала ҡатнашырға ниәтләй.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/83337
Читайте нас