Иҡтисад
7 Апрель 2021, 15:45

Юрий Борисовтан – юғары баһа

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов менән осрашты.

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов менән осрашты. Яҡтар төбәк сәнәғәтен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре һәм яңы тармаҡ проекттарына ярҙам саралары буйынса фекер алышты.
Радий Хәбиров 2020 йылда Башҡортостандағы индустриаль секторҙың төп эш йомғаҡтары һәм яҡын киләсәккә бурыстар тураһында һөйләне, шулай уҡ республика иҡтисадына инвестицияларҙың ыңғай динамикаһын билдәләне. Былтыр йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме 366 миллиард һумға еткән.
Юрий Борисов төбәк етәкселегенең пандемия осорондағы ғәмәлдәрен юғары баһаланы. Улар тармаҡ күрһәткестәрендә ыңғай сағылыш тапҡан. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе 98 процент тәшкил иткән. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән бер процентҡа тиерлек юғарыраҡ.
Башҡортостан сода компанияһының акциялар пакетының бер өлөшөн Башҡортостанға тапшырыу фекер алышыуҙың төп темаһы булды.
– Беҙ ошондай стратегик предприятиеға идара итеү мәсьәләһе буйынса республикаға күрһәтелгән юғары ышаныс өсөн Рәсәй Президентына рәхмәтлебеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Владимир Владимирович Путин Рәсәй Хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында компанияны аныҡ үҫтереү планы менән махсус килешеү төҙөргә ҡушты. Был документ буйынса эште башланыҡ.
Республика Башлығы “БСК”ның етештереү күрһәткестәрен һәм хеҙмәт коллективы иҫәбен һаҡлап ҡалыуҙы, инвестицияларҙы йыл һайын арттырыуҙы, предприятиеның социаль программаларын үтәүҙе, сеймал базаһын нығытыуҙы буласаҡ килешеүҙең төп пункттарына индерҙе.
Бынан тыш, осрашыуҙа машиналар эшләү предприятиеларын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Яҡтар республика сәнәғәтенә ярҙам күрһәтеү һәм Башҡортостандағы стратегик предприятиеларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән төп йүнәлештәрҙә берлектәге эште дауам итергә килеште.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140632.html
Читайте нас