Иҡтисад
8 Апрель 2021, 14:56

Ауырлыҡтарҙы йырып сығалар

Йүнселдәр үҙ шөғөлөн табып, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Нуриман районында йәшәгән Азамат Рифат улы Хәлилов шундай уңғандар иҫәбен тулыландыра. Ул 2019 йылда “Урал батыр” ауыл хужалығы ҡулланыусылар-эшкәртеү кооперативын ойоштороп ебәргән.

Йүнселдәр үҙ шөғөлөн табып, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Нуриман районында йәшәгән Азамат Рифат улы Хәлилов шундай уңғандар иҫәбен тулыландыра. Ул 2019 йылда “Урал батыр” ауыл хужалығы ҡулланыусылар-эшкәртеү кооперативын ойоштороп ебәргән.


Үҙе һөнәре буйынса иҡтисадсы. Район хакимиәтендә, һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләгән. Кисәге чиновник ниңә эшҡыуарлыҡҡа тотонған һуң? Ошо һорауҙы беҙ Азамат Рифат улының үҙенә бирҙек.
– Үҙ эшеңде асыуҙа дәүләттең ярҙам иткәнен һәм был йәһәттән төрлө программалар барлығы хаҡында белә инем. Район ауыл хужалығы идаралығында Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Район хакимиәтендә уҙған “Инвестсәғәт”тә ҡатнаштым. Ауыл ерендә килемде арттырыу буйынса ла проект бар. Ул шәхси ярҙамсы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы предприятиеларын берләштереп, үҙҙәрендә етештерелгән сеймалды эшкәртеү, продукцияны сауҙаға сығарыу һәм табыш алыу мөмкинлеген бирә, – ти эшҡыуар.
Азамат Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһында ҡатнашып, ҡорамалдар алыуға өс миллион һум күләмендә грант отҡан. Әле кооперативҡа 17 шәхси хужалыҡ тупланған, шулай уҡ дүрт кешегә эш урыны булдырылған. Йәғни Иҫке Күл һәм Яңы Күл ауылдарынан кешеләр эшләй.
“Былтыр ҡорамалдар һатып алдыҡ, йәй эште башланыҡ. Әле ун төр кулинария, 15 төр ярымфабрикаттар, ун төр колбаса етештерәбеҙ”, – ти эшҡыуар.
“Урал батыр” кооперативы продукцияһын урындағы халыҡ оҡшата, әле уны яҡын-тирәләге ауылдарҙағы сауҙа нөктәләрендә һаталар. Әйтергә кәрәк, предприятие милли ризыҡтарҙы етештереүгә лә иғтибар бирә. Мәҫәлән, бында ҡаҙылыҡ тултыралар, тауыҡты махсус рецепттар буйынса әҙерләйҙәр. “Етештерелгән аҙыҡ-түлекте баҙарҙа һатыу өҫтөндә ныҡлап эшләргә кәрәк. Быйыл яңы йылдан Ҡыҙылъяр ауылында үҙебеҙҙең сауҙа нөктәһен астыҡ”, – ти ул.
Бөгөн экологик яҡтан таҙа булған аҙыҡ-түлекте нәҡ ошондай урындағы эшҡыуарҙар етештерә лә инде. Мәҫәлән, Азамат Рифат улы сеймалды районда йәшәгән кооператив ағзаларынан һатып ала.
Эшҡыуар белдереүенсә, пандемия эҙемтәләре эштә лә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, былтыр бешерелгән ашамлыҡтарҙы етештереүҙе туҡтатып торғандар. Шулай уҡ ҡорамалдарҙы ла алыуҙа тотҡарлыҡтар булған. Предприятиела эшләгән ике пенсионер эштән киткән. Әйткәндәй, ауылдарҙа аҙыҡ-түлек етештереү менән шөғәлләнгән эшҡыуарҙар махсус белемле белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Был мәсьәләне Азамат Рифат улы ла әйтеп үтте.
– Аҙыҡ-түлек етештереү оло яуаплылыҡ талап итә. Технолог, бухгалтер, обвальщик кеүек белгестәр кәрәк. Шулай булһа ла, бирешмәйбеҙ, ауырлыҡтарҙы йырып сығып киләбеҙ, – ти эшҡыуар.
Нуриман районы.
Читайте нас