Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы проекттар ҡаралды.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бизнес-шерифтар ҡатнашлығында хәл итергә кәрәк булған көнүҙәк мәсьәләләр артҡан һәм Хөкүмәткә апрель аҙағына тиклем урындарҙағы инвестиция эшмәкәрлеген анализлап, семинар-кәңәшмә ойошторорға ҡушты.
“Газпром СПГ технологиялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Газпром”ға инә) генераль директоры Константин Белоусов Стәрлетамаҡ районында тәбиғи газды шыйыҡлатыу буйынса заманса комплекс төҙөү проектын тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның концепцияһын Радий Хәбиров быға тиклем “Газпрос СПГ технологиялар” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Алексей Кахидзе менән осрашҡан саҡта тикшергәйне.
Сәғәтенә өс тонна газ эшкәртәсәк етештереү комплексының беренсе сиратын быйыл төҙөй башларға йыйыналар. Дөйөм инвестиция күләме 1,9 миллиард һум тәшкил итәсәк. Яңы етештереүҙә 30 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Шыйыҡланған тәбиғи газ башлыса йөк машиналарына һәм тимер юлы транспортына мотор яғыулығы сифатында файҙаланыла.
Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса проект өҫтөнлөклө статусы алды, уларға һалым ташламалары биреләсәк. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Мөлкәт һәм ер мөнәсәбәттәре министрлығына Стәрлетамаҡ районы хакимиәте менән берлектә инвесторҙарға яңы комплекс өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам итергә ҡушты.
- Беҙгә етди инвестициялар килә, шуға күрә тиҙ арала ер мәсьәләһен хәл итергә һәм объектты төҙөй башларға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
“Иртөбәк” агрофирмаһының башҡарма директоры Олег Николаев Күгәрсен районында 1200 баш һыйыр малына иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы төҙөргә теләүе тураһында әйтте. Һүҙ 600-шар баш малға иҫәпләнгән ике һыйыр аҙбары, быҙауҙар өсөн бина, һауын залы, ҡатнаш аҙыҡтар заводы төҙөү һәм технологик ҡорамалдар һатып алыу тураһында бара. Яңы 20 эш урыны булдырыласаҡ. Проектҡа индерелгән инвестиция күләме – 1,6 миллиард һум.
"Был - Башҡортостандың агросәнәғәт комплексындағы иң ҙур һәм технологиялы проекттарҙың береһе, - тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Иң мөһиме - уның етештереү ҡеүәте элекке фермаларҙыҡына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк буласаҡ. Был - малсылыҡ фермаларын булдырыуға яңы индустриялы ҡараш".
“Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡатнашыусылар инвесторҙың тоҡомло мал, элиталы орлоҡтар һәм ашламалар һатып алыуға сығымдарының бер өлөшөн компенсацияларға ҡарар итте.
Ҡырмыҫҡалы районынан килгән фермер Рөстәм Ҡормаев 300 миллион һум аҡса һалып, Түбәнге Төкөн ауылында эшкәртеү цехы булған һөт фермаһы төҙөргә йыйына. Инвестор төҙөлөш өсөн урын һайлаған, геологик тикшереүҙәр үткәргән һәм объекттарҙы проектлай башлаған. Комплекста йылына 2700 тонна һөт алыу күҙаллана. Киләсәктә инвестор уны сыр һәм башҡа тауар әҙерләү өсөн ҡулланырға йыйына.
Рөстәм Ҡормаев Инвестиция комитеты ағзаларынан комплексҡа килә торған автомобиль юлын һалырға төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүҙә ярҙам һораны. Төбәк Башлығы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте менән берлектә был мәсьәләне хәл итеү өсөн яҡындағы карьерҙың береһен файҙаланыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
Ярҙам булараҡ, фермерға тоҡомло мал алыу сығымдарының бер өлөшөн дә ҡаплаясаҡтар.
“Ял” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алмаз Хөснөтдинов Туймазы районында юл буйы сервисы тармағында күп функциялы комплекс булдырыу проектын тәҡдим итте. М5 федераль трассаһы буйында кафе, ҡунаҡхана, автотуҡталҡа, магазин, дарыухана төҙөргә йыйыналар. Проектҡа инвестиция күләме 95 миллион һум тәшкил итәсәк. Яңы объектта 25 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
- Беҙ юғары темп менән юл буйы сервисын үҫтерергә теләйбеҙ, шуға күрә ярҙамға ышана алаһығыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Был тармаҡтағы төп мәсьәлә – дөрөҫ итеп майҙансыҡ һайлау һәм уны грамоталы планлаштырыу.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проект өҫтөнлөклө тип табылды. Уларға инженерлыҡ, транспорт инфраструктураһын булдырыу өсөн субсидия биреләсәк. Туймазы районы хакимиәте яңы комплекс өсөн ер бүлеүҙә, уны рәсимләштереүҙә булышлыҡ итәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.