Иҡтисад
8 Апрель 2021, 12:50

Башҡортостан дарыу үләндәре – Ҡаҙағстанда

350 төр продукция етештергән компания яйлап донъя баҙарын яулай.

Башҡортостанда йыйылған дарыу үләндәре республика, хатта Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған. Хәҙер иһә “Башҡортостан үләндәре” компанияһы Ҡаҙағстан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башлаған. 350 төр продукция етештергән компания яйлап донъя баҙарын яулай. Ҡояшлы Ҡаҙағстанға дарыу үләндәре ебәреү өсөн компанияға тәү сиратта ҡапҡа үҙгәрештәр индерергә тура килә, бынан тыш, ҡаҙаҡ теленә тәржемә яһайҙар.
“Башҡортостан үләндәре” йәмғиәтенең үҫеш буйынса директор урынбаҫары Эвелина КӘРИМОВА: "Ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ үлән һәм балдан эшләнгән бәлзәмдәрҙе, башҡорт далаларында йыйылған хуш еҫле үләндәр менән сәй эсергә ярата. Үләндәрҙең экологик яҡтан таҙа булыуына өҫтөнлөк бирәләр. Ошо ике йыл эсендә экспорт күләме дүрт тапҡырға артты һәм ике миллион һум тәшкил итте. Быйыл Ҡаҙағстанға оҙатылған продукция күләмен тағы ла арттырырға, географияһын киңәйтергә планлаштырабыҙ", - ти.
Республикала “Башҡортостандың ауыл хужалығы комплексында экспорт” тип аталған проект тормошҡа ашырыла. Быйылғы йылдың беренсе кварталында экспорт күләме 56,3 миллион доллар тәшкил иткән. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, өс йыл элек экспортҡа тәү сиратта иген оҙатылған. Әле иһә экспорттың 53,8 проценты төрлө майҙарға тура килә. Былтыр экспортҡа ебәрелгән тауар күләме 7,7 миллион доллар тәшкил иткән.
Республика Ҡаҙағстан, Латвия, Тажикстан, Ҡытай, Үзбәкстан, Монголия, Литва, Норвегия, Беларусь, Иран илдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Читайте нас