Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында Рәсәй сәнәғәт форумы һәм “Машиналар эшләү”, “Еңел сәнәғәт”, “Өфөнөң инновация ҡеүәте” махсуслашҡан күргәҙмәләре эшен башланы. Киң масштаблы күргәҙмәлә Рәсәйҙең 12 төбәгенән 120 компания ҡатнаша, шул иҫәптән – Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ленинград, Рязань, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Татарстан һәм Удмурт республикаларынан.
Форум өс көн барасаҡ, унда 20 тармаҡ секцияһы эшләүе һәм илдең 15 ҡалаһынан 200-ҙән ашыу спикерҙың сығыш яһауы көтөлә. Сараларҙа смарт-етештереүҙе, интеллектуаль етештереү системаларын, адаптив технологияларҙы, һанлы машиналар эшләүҙе үҫтереү һәм башҡа темалар тикшерелә.
Форум сиктәрендә Өфө ҡала хакимиәте “Төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм кооперация. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең уңышлы кейстары” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” уҙғарҙы.
– Өфөнөң башҡа төбәктәге тауар етештереүселәр менән кооперация бәйләнештәрен үҫтереү маҡсатында һәм илдәге, донъялағы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, беҙ былтыр сараларҙы видеоконференция рәүешендә уҙғарыуҙы ғәмәлгә индерҙек, – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Фадеев сығышында. – Бындай кәңәшмәләрҙә Өфө, Омск, Минск, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе ҡалаларының эшҡыуарҙары ҡатнашты. Быйыл беҙ сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә ниәтләйбеҙ.
Тәүге сара тамамланыр алдынан Өфө ҡала хакимиәте менән Татарстан Республикаһының Башҡортостандағы даими вәкиллеге араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.